Рухи көс бирә шөғөлө10.12.2013
Рухи көс бирә шөғөлөБәлә ағас башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй. Әхәт тә һис кенә лә үҙе менән шундай хәл булыр тип уйламаған. Типһә тимер өҙөрлөк егет — тельняшкаһын да һалып өлгөрмәгән моряк — бер көндө... трактор тәгәрмәсе аҫтында ҡала. Ошонан башлана михнәттәр: умыртҡа һөйәге имгәнгән Әхәтте дуҫтары дауаханаға алып бара.

Ҡаза күреүсегә — ярҙам, туғандарына түҙемлек бирһен Хоҙай. Дауаханаға алып килгәс, Өфөнән Ҡырмыҫҡалыға тәжрибәле хирург, белгестәр саҡырталар. Улар сәғәттәр буйы егеттең һаулығы өсөн көрәшә, ниһайәт, "теге" донъянан алып ҡала. Ләкин Әхәт өсөн ысын көрәш һуңынан, наркоздан һуң башлана — дүрт ай буйы карауатта ята. Һыуҙан, ҡалаҡлап тигәндәй эскән һурпанан башҡа бер ни бармай тамағына. Ауыртыуҙы баҫа торған көслө уколдарҙың файҙаһы теймәгәс, һөлдә менән тиренән генә ҡалған Нурушевты өйөнә ҡайтарырға булалар. Өмөттәр аҡланмаған, йүнәлеүгә табан юл бикле һымаҡ. Ошо "һымаҡ" ҡотҡара ла уның ғүмерен. Ишектән сығырға ғына торғанда, республика дауаханаһынан шылтыраталар — ауырыуҙы алып килергә! Шулай итеп, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө табиптары егеткә икенсе тапҡыр донъяға килергә ярҙам итә. Аллаһы Тәғәләнең сихри көсө менән йәшәүгә яңы һулыш бирелә.
Был ваҡиғаларға, йәғни Әхәттең коляскаға ултырыуына — ике тиҫтә йыл. Тәүҙән үк ул төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырыша: яйлап ҡулына буяу ҡәләмдәре, акварель ала.
Рухи көс бирә шөғөлө— Өйгә ҡайтҡас, һыуытҡыста эсе ағып, кибеп бөткән йомортҡа ҡабығы ятҡанын күрҙем. Ҡана, бар нәмәгә лә һүрәт төшөрөп була, бында нисек килеп сыға икән, тинем, — тип хәтерләй Әхәт тәүге ижади эшен.
Хоҙайҙың эшкәртеүе шулмы, был әҙәм балаһының шөғөлө шул булһын, тигәнме, ошондай уҡ йомортҡа ҡабығынан егет сувенирҙар яһай башлай. Бөгөн уның коллекцияһында ҡырмыҫҡа ла, ҡурайсы егеттәр ҙә, башҡаһы ла бар.
— Хәҙер оҙаҡ ултыра алмайым, — ти Әхәт, — шулай ҙа тырышам.
Әйткәндәй, Нурушевтың эш алымы тураһында ишетеүсе, ҡыҙыҡһыныусылар ҙа табылған. Мәҫәлән, Өфөнөң 10-сы колледжында булып, ул уҡыусыларға бер нисә дәрес биргән.
Сувенирҙан тыш, Әхәт фотоға төшөрөү менән мауыға. Ғөмүмән, Нурушев һымаҡ ҡазаға тарығандарға, шул ваҡытта ауырлыҡтар һындыра алмағандарға ҡарайһың да, күпме һау-сәләмәт кешенең тормошҡа зарланып йәшәүенә аптырайһың...


Вернуться назад