Осҡондан ялҡын тоҡаныр10.12.2013
Осҡондан ялҡын тоҡаныр— Бәләкәйҙән теремек булғанмындыр, йырлап-бейеп үҫтем. Инәйем бик моңло ине. Заһиттағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте бөткәс, уҡытыусылар Стәрлегә — "культпросвет"ҡа барырға кәңәш итте. Мин ни, аңлап бөтмәгәнмендер, киттем Бөрө кооператив училищеһына — һатыусылыҡ һөнәрен алырға. Уҡып бөткәс, бер-ике йыл ғына эшләнем. Ә Орловка ауылына кейәүгә сыҡҡас, яҙмыш тағы мәҙәниәткә алып килде...

Күңелеңдә матурлыҡ ятҡас, уратып булһа ла маңлайыңа яҙылған һуҡмаҡҡа килтерә шул. Етмәһә, тырыш ҡатын, урындағы башҡорттарҙан тыш, урыҫ өйҙәрендә лә күп була. Ошонда сигелгән әйберҙәргә, балаҫтарға иғтибар итә. Бәй, ти ул, фольклор ансамблдәренә бик кәрәк!
Үҙендә лә балаҫ һуғыу теләге тыуа, ләкин теләк ҡырына терәк кәрәк. Нәҡ ошо ваҡыт клубта музей булдырыу өсөн экспонаттар йыйған булалар. Әмәгә ҡалғандай, Мальков фамилиялы бабайҙа һуғыу станогы була. Район мәҙәниәт үҙәге етәксеһе Татьяна Гвоздик былай ти:
— Эх, был шөғөлдө тергеҙеп ебәргәндә шәп булыр ине...
Фәнисә Сәйфетдинова үҙенә оҫта табыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә тырыштар һәр саҡ маҡсатына өлгәшә — Ҡыҙыл Еҙем ауылында йәшәгән 81 йәшлек Мария Ивановна Антипинаны эҙләп таба. Унан үҙен ошо һөнәргә өйрәтеүҙе һорай. Әбей ризалаша.
Осҡондан ялҡын тоҡанырШулай итеп, Орловка мәҙәниәт йортонда ҡасандыр өй башында ятҡан ҡоролма "тел"гә килә. Әлбиттә, Фәнисә Фәрит ҡыҙы бының менән генә тынысланмай — тағы дүрт балаҫ һуғыу станогы эҙләп таба. Уларҙы ҡорҙортоп, кем әйтмешләй, ҡырҙыртып, йыуып, элекке хәленә ҡайтара. Был инде түңәрәк асырға мөмкинлек бирә.
Эшләгән кешене "өҫтә" лә күрә беләләр. Оҫтаны "Урал" галереяһы мөдире Кәримә Шәрип ҡыҙы Ғәйләлова менән таныштыралар. Тағы мөмкинлектәр асыла: семинарҙарға йөрөй башлай, хатта Карелияға тиклем бара. Үҙендә семинарҙар үткәрә.
Бөгөн Орловка мәҙәниәт йортонда ун станок бар. Икеһен быйыл, Президент грантын алғас, эшләткәндәр. Әле Фәнисә Сәйфетдинованың түңәрәгенә тиҫтәләгән кеше йөрөй. Йәштәр килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Осҡондан ялҡын тыуыуы ошо була инде. Яҡшы мәғәнәлә.


Вернуться назад