Ниһайәт, йылды барлар, өлгәшелгәндәргә баһа бирер ваҡыт етте. “Башҡортостан” гәзите, “Мираҫ” хәйриә фонды һәм Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә үткәргән “Һөнәрмән” конкурсы ла тамамланып, бөгөн еңеүселәр билдәләнә.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткән ҙур сараға райондарҙан оҫталар йыйылып, йәрминкә-фестиваль ойоштороласаҡ. Танылған артистарҙың сығыш яһауы ҡаралған. Министрлыҡтарҙан, төрлө ойошмаларҙан вәкилдәр киләсәк.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ конкурста ҡатнашҡан һәм дә ҡатнашып өлгөрмәгән барлыҡ һөнәрселәрҙе, улар тураһында яҙған авторҙарҙы ҡотлайбыҙ. Урындарҙа ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙырыусылар, республика халыҡтарының боронғо, шулай уҡ заманса шөғөлдәрен һаҡлаусылар йәшәгәнлеген иҫбатланылар. Халыҡ кәсептәре һаҡланып ҡына ҡалмай, киләсәктә лә йәшәйәсәк. Конкурстың маҡсаты ошоно күрһәтеү, иҫбатлау ине бит. Тимәк, күпмелер кимәлдә быға өлгәшелде.
Башҡортостан Президенты Рөстәм ХӘМИТОВ:
— Халыҡ кәсептәренә иғтибар менән ҡарайым, уларҙың ҙур, күп яҡлы хеҙмәт икәнен күрәм һәм аңлайым. Кәсептәрҙе үҫтергәндә бик күп кеше иҡтисади тормошҡа йәлеп ителер, йәғни эшләп, үҙен-үҙе тәьмин итә алыр ине. “Ағиҙел” предприятиеһында булдым. Коллектив менән осраштыҡ, өлкәне алға ебәрерлек төрлө саралар билдәләнек. Кешеләр төрлө кәсеп менән шөғөлләнһен өсөн берҙәм үҙәк булдырыу тураһында ла һөйләштек. Был программаны үҫтереүгә мотлаҡ булышлыҡ итәсәкмен, шул уҡ ваҡытта финанс яҡтан да... Минең өсөн шуныһы асыҡ: кәсеп — бик яҡшы, изге шөғөл. Йүнәлешкә ярҙам итергә кәрәк.
Сит илдәрҙә булғанда, халыҡ кәсептәре магазиндарын, күргәҙмәләрҙе йыш осратам. Уларҙа барыһы ла яйға һалынған, ә беҙгә быны эшләйһе лә эшләйһе. Аэропорттарҙа, тимер юл вокзалдарында үҙебеҙ етештергән продукцияны һатыуҙы, кәсептәрҙе күрһәтеүҙе бойороҡ рәүешендә йөкмәттем. Артабан да һөнәрмәндәрҙе яҡлау йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ.
Геннадий ДРОЖЖИН, “Рәсәй халыҡ художество кәсептәре” ассоциацияһының идара рәйесе:
— Республикалағы халыҡ кәсептәре Президент Хакимиәте ҡарамағында, тинеләр миңә. Был — яҡшы күренеш. Ошо тәжрибәне барлыҡ ил буйынса ҡулланырбыҙ, таратырбыҙ, тип уйлайым. Бөгөн, ғөмүмән, Рәсәйҙең 64 төбәгендә халыҡ кәсептәре иркен үҫә. Беҙ закондар өҫтөндә ныҡлы эшләйбеҙ. Быйыл ғына федераль законға ике төҙәтмә индерҙек. Кәсептәргә айырым бүлек арналды.