Уҡытыусы икәнһең, өлгө күрһәт!10.12.2013
Гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы башланғас, һәр ваҡыттағыса, иң элек мәктәп коллективтарына таянабыҙ. Уларға юл тотоуыбыҙ һис тә юҡҡа түгел, сөнки элек-электән уҡытыусы иң хөрмәтле һәм ихтирамға лайыҡ һөнәр эйәһе булыуы менән бергә барлыҡ башланғыстарҙы күтәреп алыусы ла. Баҫмабыҙ иғлан иткән "Коллектив менән — "Башҡортостан"ға!" акцияһын да күпселек нәҡ уҡытыусылар күтәреп ала.

Баш ҡалалағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары ла милли матбуғатҡа битараф түгеллектәрен белдереп, гәзитебеҙгә дәррәү яҙылып та ҡуйҙы. Улар киләһе йылда беҙҙең менән бергә ҡомарланып ижад итер, теләк-тәҡдимдәрен, тос фекерҙәрен, тәнҡит һүҙҙәрен еткереп, баҫманың йөкмәткеһен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерер тип өмөт итәбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, 158-се гимназияла үҙҙәренең бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим исемен лайыҡлы йөрөтөүҙәрен раҫланылар. Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева етәкселек иткән коллективҡа һоҡланырға ғына ҡала.


Вернуться назад