Ҡаһарманлығы юғары баһаланды10.12.2013
Бөйөк Ватан һуғышы яугире Николай Яковлевич Киселевтың тыуыуына 100 йыл тулған көндә Мәскәүҙәге Востряков зыяратында уның ҡәберенә сәскә һалынды.
Башҡортостандың Благовещен районындағы Богородский ауылында тыуып үҫкән Николай Киселев Оскар Шиндлерҙың “Шиндлер исемлеге” фильмы геройы кеүек батырлыҡ ҡыла. Совет партизаны, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, немецтар баҫып алған Долгиново тигән белорус ауылынан 218 кешене фронт линияһы аша алып сыға. Шуларҙың ҡайһы берҙәре 70 йылдан ашыу ваҡыт үткәс батырҙы иҫкә алыу өсөн Мәскәүгә килде. Ҡәбергә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән дә сәскә һалынды. Ошо уҡ көндө “Московский комсомолец” гәзите батыр иҫтәлегенә матбуғат конференцияһы ойошторҙо.
Николай Киселев Белоруссияла һуғыша, немецтарға әсирлеккә төшә, унан ҡасып, Илья ауылында подполье ағзаһына әйләнә. Унан һуң Минск өлкәһенең Вилейск районында “Үс алыусы” партизан отрядында политрук була. 1942 йылдың йәйендә уға 200-ҙән ашыу йәһүдтән торған төркөмдө фронт линияһы аша хәүефһеҙ ергә сығарыуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. Төркөмгә башлыса ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар инә. 1942 йылдың август-октябрендә, 10 аҙна буйы, отряд Николай Киселев етәкселегендә 1 500 саҡрымлыҡ араны үтә, мөғжизә менән тере ҡала.
Ҡаһарманды иҫкә алыу тантанаһында уның ҡыҙы Татьяна, улы Николай, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, шулай уҡ 8-10 декабрҙә Мәскәүҙә яугирҙең 100 йыллығына арнап уҙғарылған “Рукопожатие” кинофорумын ойоштороусылар ҡатнашты. Сара 2008 йылда “АБ-ТВ” телекомпанияһының ижади төркөмө тарафынан төшөрөлгән “Киселев исемлеге” документаль фильмын күрһәтеүҙән башланды.
Яугирҙең тыуған ауылы Богородскийҙа әле урындағы мәктәпкә батырҙың исемен биреү мөмкинлеге ҡарала. Ләкин, “АБ-ТВ” телекомпанияһы генераль директоры Яков Каллерҙың фекеренсә, был ғына етмәй. Рәсәй Президенты алдында Николай Киселевҡа иң юғары дәүләт наградаларының береһен биреү мәсьәләһен күтәрергә ваҡыт еткәндер. Хәҙерге йәмғиәттә милләт-ара татыулыҡҡа арналған кинофорум уға ижади һәйкәл була алыр ине.
“Рукопожатие” тип аталған тәүге кинофорум баш ҡала Хөкүмәте ярҙамы менән Мәскәүҙең Журналистар йортонда ойошторолдо. Өс көн дауамында бында ошо темаға ҡағылған 14 документаль һәм нәфис фильм күрһәтелде. Улар буйынса фекер алышыуҙа Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Николай Сванидзе, билдәле тележурналист Дмитрий Губин һәм сәйәси эшмәкәр Ирина Хакамада сығыш яһаны.
Бер йыл элек Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамы менән “Киселев исемлеге” фильмы Башҡортостан юлдаш каналында ла күрһәтелгәйне. Өфөлә лә фильмды төшөрөүселәр ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Әлеге кинофорум, уңышҡа өлгәшә ҡалһа, Рәсәйҙә йыл һайын уҙғарылған ҙур мәҙәни-социаль ваҡиғаға әүерелеүе лә ихтимал. Был осраҡта республика сараны ойоштороусыларҙың береһенә әүереләсәк, ә майҙансыҡтарҙың береһе Өфөгә күсәсәк.