Ышаныслы аҙым яһалды05.01.2012
2011 йыл республиканың социаль өлкәһе өсөн үтә мәшәҡәтле лә, уңышлы ла булды. Һәр тармағында заман менән бергә атлауыбыҙҙы, яңы һулышты тойҙоҡ. Республика башлығы тарафынан ошо йылға билдәләнгән бурыстар, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатындағы саралар бер-бер артлы тормошҡа ашырылды. Әлбиттә, быға республика бюджетының социаль йүнәлешле булыуы ла булышлыҡ итте.
Былтыр йыл башынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 5500 һумға еткереү — һүҙҙең эш менән нығытылыуына аныҡ миҫал. Әйткәндәй, Рәсәйҙә был күрһәткес 4611 һум тәшкил итә. Хеҙмәткә түләүҙең минималь кимәлен күтәреүҙең һөҙөмтәһе бай һәм фәҡирлек сигендә йәшәүселәрҙең килеме араһындағы айырманың бер ни тиклем ҡыҫҡара башлауында ла сағылды.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 1 октябрҙән арттырылды. Бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәтенә түләү ҙә күтәрелде. Халыҡтың килемендә лә ыңғай үҙгәреш күҙәтелде, уртаса эш хаҡы 16 меңдән 18 мең һумға тиклем етте. Әммә әлегә был үҫештең һиҙелерлек өлөшөн инфляция “йота”. Республикалағы уртаса эш хаҡының Рәсәй буйынса күрһәткестән артта ҡалыуы һаман да көнүҙәк мәсьәлә рәтендә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең 21 июнендәге ҡарарының күптәрҙе ҡыуандырыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған йәки уллыҡҡа алған, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бушлай ер майҙаны биреү хаҡындағы яңылыҡ күптәрҙең күңеленә хуш килде. Төбәгебеҙҙәге 48 меңдән ашыу ғаилә ошондай хоҡуҡтан файҙалана аласаҡ.
Дөйөм алғанда, демографияның тәбиғи үҫешкә бәйле яҡшырыуы ла һөйөндөрә. Былтыр 11 айҙа 51 500-ҙән ашыу сабый донъяға килгән.
“Өсөнсө быуын халыҡ университеты” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ҡыйыу аҙымдар яһалыуына шаһит булдыҡ.
Социаль туризм да быйыл старт алған иғтибарға лайыҡ проекттарҙың береһе. 2015 йылға тиклем дауам итәсәк программа оло йәштәгеләр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды. Былтыр республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 37 миллион һум аҡса йүнәлтелде һәм путевкалар хаҡының 70 процентын ҡаплауға тотонолдо. Өс мең самаһы пенсионер һәм инвалид мөмкинлектән файҙаланырға өлгөрҙө лә инде.
Башлаусыһы булһа, хуплаусыһы ла, эйәреүсеһе лә табыла, тиҙәр. Социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыуға тәүгеләрҙән булып тотонған Башҡортостандың тәжрибәһе башҡа төбәктәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Социаль туризм мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй форумының Өфөлә үтеүе лә шуға бәйле. Республика Хөкүмәте менән Туризм буйынса федераль агентлыҡ араһындағы килешеүгә ярашлы, киләсәктә инвалидтар һәм балалар ҙа республика, Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәт ҡыла аласаҡ.
“Асыҡ мөхит” республика программаһының уңышлы хәл ителеүенә лә ышаныс ҙур. Һөйөнөрлөк һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, 1 октябргә пандустары булған социаль биналарҙың һаны алты меңгә етте. Эш артабан да дауам иттереләсәк.
Башҡортостан былтыр ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Өфөлә V Бөтә Рәсәй әсәләр форумы үтеүе – шуға асыҡ миҫал. Ҡаҙаныштарҙы барлау менән генә сикләнмәне сара, ә ғаиләләргә ҡағылышлы киҫкен мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары күрһәтелде. Балаларҙың мәнфәғәтен яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында әсәләр Ғаилә һәм Торлаҡ кодекстарын ҡайтанан ҡарау кәрәклеген дә тәҡдим итте. Мәрхәмәтлек күрһәтеүсе йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге лә күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Төбәгебеҙҙә әле 223 хәйриә йәмәғәт ойошмаһы эшләй, улар ҙа ҡурсаланыуға мохтаждарҙың тормош сифатын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә.
Республика һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә өр-яңы осорҙо башланы тип әйтергә нигеҙ бар. Тармаҡты яңыртыуға барлыҡ мөмкинлек йүнәлтелде. Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу маҡсатында 2011 — 2012 йылдарға иҫәпләнгән программа буйынса билдәләнгән сараларҙы атҡарыуға 15,5 миллиард һум аҡса һалыныуы ғына ла етди үҙгәрештәр буласағына ишара. 40 процент халыҡтың ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алып, төбәктәрҙә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә бурыслы туғыҙ медицина округы булдырылыуы ла ҙур хуплау тапты.
Оҙайлы тәнҡит һәм бәхәстәрҙән һуң ил граждандарының сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһарға тейешле “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль закондың донъя күреүе лә булышлыҡ итер тип көтөлә.
2012 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Лайыҡлы хеҙмәт” программаһы ла көсөргәнешле үткән йылдың фиҙакәрлек емеше. Халыҡ-ара “Лайыҡлы хеҙмәт” ойошмаһы концепцияһын тормошҡа ашырыу маҡсатындағы проектты Башҡортостан беренселәрҙән булып эшләне.
Дөйөм алғанда, халыҡтың һәр ҡатламына күпмелер дәрәжәлә ҡағылышлы социаль мәсьәләләр ыңғай хәл ителде, ҡайһылары киләсәктә атҡарыу өсөн аныҡ срок менән нығытылды, шулай уҡ уларҙың әлегә үҙ “сәғәте һуғыуы”н көткәндәре лә аҙ түгел.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад