Быуаттар ауазы ишетелгәндәй10.12.2013
«Ағиҙел» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләгән милли кейем, матур тирмәләр, ағастан семәрләп эшләнгән һәм башҡа әйберҙәр – һәр береһе ҡабатланмаҫ ижад емеше. Уларҙан хатта быуаттар ауазы ишетелә кеүек. Күптән түгел был предприятие 50 йыллығын билдәләне.
Юбилей айҡанлы «Халыҡ художество кәсептәре үҫеше мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, «Рәсәй халыҡ художество кәсептәре» ассоциацияһының идара рәйесе Геннадий Дрожжин һәм башҡалар ҡатнашты.
– Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу бик әһәмиәтле булды. Республика етәксеһе үҙе халыҡ кәсептәрен тергеҙергә уйлай. Был – бик ҡыуаныслы хәл, – тине Геннадий Александрович. Ул шулай уҡ Белоруссияла халыҡ кәсептәренең президент күҙәтеүендә булыуын әйтте.
Татарстан Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре үҫеше үҙәгенең генераль директоры Нури Мостафаев үҙҙәрендә «Татарстандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы» исеменең барлығы, был дәрәжәгә лайыҡ булғандарҙың, педагогик белеме юҡлығына ҡарамаҫтан, уҡытыу хоҡуғын алыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләне.
«Түңәрәк өҫтәл»дә халыҡ художество кәсептәре менән шөғөлләнеүселәрҙе, рәссамдарҙы, ошо өлкә өсөн белгестәр әҙерләгән уҡыу йорттарын һәм сауҙа учреждениеларын берләштергән Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре үҫеше үҙәген булдырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы», «Башҡортостан Республикаһының оҫта-һөнәрсеһе» кеүек исем дә булдырыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә, тип билдәләнде. Бындай саралар халыҡ художество кәсептәре тармағын һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, үҫтереү, башҡорт оҫталарының эшен танытыу, дәғүәләшеүгә һәләтлелеген арттырыу өсөн дә кәрәк.


Вернуться назад