Дөйөм көс кенә һөҙөмтә бирер10.12.2013
Өфөлә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү советының тәүге ултырышы булды.

— Донъяла был йүнәлеш йылдам һәм уңышлы үҫә. Республикала ошондай система ойоштороу зарурлығы тураһындағы мәсьәләне былтыр йәй күтәргәйнек.Шул мәлдән алып йыл ярым самаһы ваҡыт үтте, ә беҙ ойоштороуҙа, үҙ-ара эш итеүҙә туҡталып ҡалдыҡ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был йүнәлештә йылдам алға китештең күҙәтелмәүендә беҙ генә ғәйепле түгел. Электрон белем биреү йәһәтенән юғары уҡыу йорттары кимәлендә совет төҙөүгә ярайһы уҡ ҙур бюрократик кәртәләр бар, ләкин уларҙы еңеп сыҡтыҡ. Быға бер йыл самаһы ваҡыт сарыф ителде. Артабан да шулай барһа, илебеҙ ҙә, республикабыҙ ҙа донъялағы аҙаҡҡылар рәтендә буласаҡ. Был ҡатмарлылыҡтар менән янай, шул иҫәптән мәғариф өлкәһендә лә. Өҫтөнлөктәрҙе, студенттарҙы, һәләтле белгестәрҙе юғалтыуыбыҙ ихтимал.
Башҡортостан Президенты бөгөн Америка Ҡушма Штаттарының, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса Көньяҡ Кореяның электрон белем биреүҙә алдынғылар булыуын билдәләне. Улар был йүнәлешкә ғәйәт ҙур иғтибар бирә.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, электрон белем биреү тормоштоң бөтә өлкәләренә ҡағыла. Мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары, пенсия йәшендәге кешеләр йәлеп ителгән уға. Пенсионерҙар менән эшләү йәһәтенән республикала билдәле бер һөҙөмтәгә өлгәшелгән, ә бына урта һәм юғары уҡыу йорттары әлегә артта ҡала.
— Электрон белем биреү системаһын властың уҡыу йорттарының, депутаттар корпусының уртаҡ көсө менән генә эшләтергә мөмкин. Йәмғиәттең барлыҡ көстәрен берләштереү шарт, — тине республика башлығы.


Вернуться назад