Тәмле булһын!07.12.2013
Тәмле булһын!Бешкән ҡаҙ ите

Эшкәртелгән ҡаҙ түшкәһен эҫе һыуға (1 кг ризыҡҡа 2-2,5 литр һыу алына) һалып, ҡайнатып сығарырға, һурпаның өҫтөнән туртаһын алырға. Кишер, башлы һуған (теләк буйынса), тоҙ һалып, талғын утта әҙер булғансы 1-2 сәғәт бешерергә. Иң аҙаҡтан лавр япрағы өҫтәргә мөмкин.
Түшкәнең бешеп сығыуын тишеп ҡарап белергә була: сәнске еңел инә һәм тоноҡ һут сыға икән, тимәк, ит әҙер. Уны һурпанан алырға, һыуытырға һәм киҫәктәргә бүлергә кәрәк. Ҡошто өҫтәлгә ҙур һауыттарҙа, төрлө йәшелсәнән гарнир менән бирәләр.
Бешкән ҡаҙ ите — 100-125 г, йәшелсә — 75-100 г, тәмләткес үләндәр — 3-5 г.

Тәмле булһын!Ҡыҙҙырылған ҡаҙ

Ҡаҙҙы ҡурыр алдынан яртылаш бешереп алалар.
Әҙер түшкәне эсле-тышлы тоҙ менән ыуалар, ҡаймаҡ һөртәләр, ныҡ ҡыҙҙырылған майлы табаға һырты менән һалып, мейескә ҡуялар. Итте даими әйләндереп торорға, һарҡып сыҡҡан һутын, майын өҫтөнә ҡойорға кәрәк. Ул 1-1,5 сәғәт эсендә өлгөрә.
Табынға бирер алдынан ҡаҙҙы 75-100 грамлы өлөштәргә бүләләр, түңәрәк йәки оҙонса ҙур һауытҡа һалып, сыҡҡан һутын, майын өҫтөнә ҡоялар. Гарнир итеп ҡурылған картуф, ҡарабойҙай бутҡаһы, быҡтырылған кәбеҫтә йәки бешкән алма бирергә мөмкин.
Тотошлай ҡаҙ, ҡаймаҡ 100-150 г, таба майы — 50 г, кәрәгенсә тәмләткестәр.
Ҡурылған картуф, бешкән алма, ҡарабойҙай бутҡаһы йәки быҡтырылған кәбеҫтә — 1000 г.

Тәмле булһын!Ҡаҙ ите менән тары бутҡаһы

Ҡаҙҙы эшкәртеп, йыуып, 40-50 г ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүләләр һәм, һыуыҡ һыуға һалып, ҡайнатып сығаралар. Тоҙ, борос өҫтәп, яртылаш әҙер булғансы һүрән утта бешерәләр. Тарыны таҙартып, бер нисә ҡат йыуғандан һуң, ҡайнар һыу менән бешекләйҙәр. Һурпаға һалып, майҙа ҡыҙҙырылған һуған өҫтәйҙәр. Һурпа кимәле ярманыҡынан 3-4 сантиметрға юғарыраҡ булырға тейеш. Бутҡаны, һауыттың ҡапҡасын ябып, һүрән утта бешерәләр. Унан һуң 10-15 минут ултыртып торалар. Ҡаҙ ите ҡушылған бутҡаны ҙур тәрилкәгә һалып бирәләр.
Ҡайһы бер яҡтарҙа уны дөгө, ҡарабойҙай, һоло, бойҙай ярмаһынан да бешерәләр.
Ҡаҙ ите — 100-150 г, тары — 60-70 г, маргарин йәки май — 20-30 г, башлы һуған — 20-30 г, кәрәгенсә тоҙ, борос.

Тәмле булһын!Тултырылған ҡаҙ

Ҡаҙҙы тултырыр алдынан яртылаш әҙер булғансы бешерәләр. Эсенә алма, картуф йәки ҡара емеш ҡушылған ҡарабойҙай ярмаһы тултыралар. Бының өсөн тигеҙ ҙурлыҡтағы картуф киҫәктәрен еңелсә ҡуралар. Алманың тышын әрсеп, орлоғон алалар һәм турайҙар, өҫтөнә шәкәр һибәләр. Ярмаланып торған ҡарабойҙайға тосо алынған, бешекләнгән ҡара емеш һалалар.
Ҡаҙ түшкәһенең эсен-тышын тоҙ менән ышҡыйҙар, эслекте тултырғандан һуң, екте тегәләр һәм ҡаймаҡ һөртәләр. Унан майлы ҡыҙған табаға һалып, мейескә ҡуялар. Бешергән саҡта түшкәне әленән-әле әйләндереп, бүленеп сыҡҡан һутты һәм майҙы өҫтөнә ҡойоп торорға кәрәк. Ҡаҙҙы яҡынса 1—1,5 сәғәт бешерәләр, оҙонса һауытҡа һалып, өҫтөнә бүленеп сыҡҡан һутты һәм майҙы ҡоялар. Гарнир итеп табынға эре булмаған картуф, бешкән алма йәки ҡара емеш ҡушылған ҡарабойҙай ярмаһын бирергә, итте тәмләткес үләндәр менән биҙәргә мөмкин.
Ҡаҙ — 1 түшкә, ҡаймаҡ — 50-100 г, туңмай — 50 г, кәрәгенсә тоҙ, борос, гарнир — 1200-1500 г, тәмләткес үләндәр — 30-50 г.


Вернуться назад