Ҡаҙ ҡанаты06.12.2013
Ҡаҙ ҡанатыХалыҡ йыры
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була,
Сит ерҙәрҙә күп йөрөһәң,
Һөйгән йәрең ят була.

Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый,
Хаттар яҙырға ярай;
Уйнамағас та көлмәгәс,
Был донъя ниңә ярай?

Ҡаҙ ҡанаты ап-аҡ була,
Ир ҡанаты ат була;
Сит илдәрҙә йөрөгән саҡта,
Бик һағынған саҡ була.


Вернуться назад