Отошло тармаҡ07.12.2013
Парижда ла булдыҡ беҙ...

Ҡаҙ заманында бик ҡиммәт баһаланған. Тарихтан белеүебеҙсә, әле паровоздар, автомобилдәр менән йөк ташыу йәйелдерелмәгән дәүерҙә, ҡаҙҙарҙы өйөрө менән Рәсәйҙән Парижға, Берлинға ҡыуып алып барғандар. Ярғыланып бөтмәһен өсөн тәпәйҙәренә ыҫмала һөрткәндәр.
Бөгөн дә ҡаҙ үҫтереү — бик отошло тармаҡ. Башҡортостан ҡошсолары был хәҡиҡәтте күптән белә һәм уны хеҙмәттәре менән йыл да раҫлай.
Ҡаҙҙы хәҙер шәхси хужалыҡта ғына түгел, сәнәғәт предприятиеһында ла үрсетергә мөмкин. Бер миҙгелдә һәр инә ҡаҙҙан уртаса 50–60 йомортҡа алырға була, ти ҡошсолар. Йомортҡаны шәхси инкубаторҙары булған фермерҙар ҙур ҡәнәғәтлек менән һатып ала. Яҙ аҙағында уҡ бәпкәләрҙе һатыуға сығаралар. Дүрт-биш ай эсендә улар үҫеп, өлгөрөп тә етә. Йомортҡа сифатлы булһа, бәпкә сәләмәт булып үҫәсәк, тимәк, бер нисә айҙа яҡшы ҡаҙға әүереләсәк. Тәбиғи, ите лә сифатлы, тәмле буласаҡ.
Ҡаҙҙың мамығы ла яҡшы баһалана. Серафимовкалағы “Пушинка” предприятиеһында һәр саҡ йылы “ҡыш”, сортировкалау машиналарында өйөрөлгән ҡаҙ мамыҡтары, әйтерһең дә, аҡ ҡар бөртөктәре. Ошо өрпәк мамыҡ тултырылған мендәр, юрған һәм өҫ кейеме сауҙа кәштәләренә оҙатыла. Ҡаҙ мамығы — тәбиғи сеймал, еңел дә, йылы ла, синтепон мендәрҙәрең ары торһон.
Йөҙҙән ашыу төрҙәге продукция биргән ҡаҙға тағы ниндәй ҡош тиңләшә ала? Юҡтыр ҙа. Ҡаҙ үҫтереү, ысынлап та, бик отошло тармаҡ, киләсәге ҙур. Мәҫәлән, Ҡытайҙа ҡаҙға хаҡтар беҙҙәгенән өс тапҡырға юғары.

Мәшәҡәте етерлек, әммә...

Ауыл кешеһе өсөн ҡаҙ үҫтереү — күнегелгән ғәҙәти эш. Ите тәмле, бауыры файҙалы, майы ла, мамығы ла хужалыҡта бик кәрәк. Өҫтәүенә улар хужаны артыҡ маҙаһыҙламай, һыуыҡҡа сыҙам, әрһеҙ, нимә бирһәң дә ашай һәм тиҙ генә һимерәләр.
Ҡаҙҙарҙың төрлө тоҡомдары бар. Яҡшылап тәрбиәләгәндә уларҙың тере ауырлығын 5-7 килограмға саҡлы еткерергә була, ти ҡошсолар, ә түшкәһе 3,5 килограмм тарта.
Бик үрсемле лә ул. Әммә уны үҫтереү һәм үрсетеү өсөн тырышлыҡтан тыш, байтаҡ иген, фураж да кәрәк. Мәшәҡәте етерлек был шөғөлдөң, әммә файҙалы, табышлы һәм мауыҡтырғыс булыуы менән эшҡыуарҙарҙың күңеленә ятты.


Вернуться назад