БЫЛАР ҠЫҘЫҠЛЫ07.12.2013
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ...
l Ҡаҙҙар өскөл рәткә тупланып оса. Шулай иткәндә алыҫлыҡҡа осоштары икеләтә арта. Башлап осоусы арыһа, урынын икенсеһе ала. Ҡаҙҙар бик татыу, бер-береһе өсөн “үлеп” тора. Әгәр береһе яраланһа, бер нисәһе төркөмдән айырылып, ярҙам итер һәм ҡурсалар өсөн тороп ҡалыуҙары ла ихтимал.
l Ата ҡаҙ өс йәштәр самаһында үҙенә пар һайлай һәм уға ғүмере буйы тоғро булып ҡала. Әгәр береһе үлһә, берәй йыл ҡаңғырып йөрөргә мөмкиндәр. Шунан һуң ғына пар һайлайҙар.
l Инә ҡаҙ ояһын тәненән йолҡонған мамығы йылыта. Ояны ваҡытлыса ҡалдырып торғанда, уны япраҡ, һалам, башҡа нәмә менән ҡаплай. Был ваҡытта ата ҡаҙ яҡын-тирәлә була. Ләкин бигүк яҡын килмәй, сөнки йыртҡыстарға ояның ҡайҙалығын “һатыуы” мөмкин.
l Ҡаҙҙар уртаса 20-25 йыл йәшәй. Йомортҡаны тиртеп сыҡҡандан һуң тәүлек үтеүгә бәпкәләр иркен йөҙә башлай.
l Йылына бер тапҡыр мамыҡ алыштыра. Ошо осорҙа ҡыр ҡаҙҙары алты тәүлек оса алмай.
l Ҡаҙҙар 10 төрлө тауыш сығарып аралаша.
l Бөтә ҡаҙҙар ҙа үҙ биләмәһен башҡаларҙан һаҡлай. Хатта йылғала йөҙгәндә лә төркөмдөң урыны була.
l “Тау ҡаҙҙары” тип йөрөтөлгән ҡыр ҡаҙҙарынан беҙҙәге “һоро” тоҡомло йорт ҡоштары барлыҡҡа килгән.