"Атҡаҙанған"дар ауылы07.12.2013
Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Өфө авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров ошо уҡыу йортон тамамлағас, шунда авиация приборҙарын эшләү, һуңынан информатика факультеттарында уҡыта. Бер үк ваҡытта Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы тестлау үҙәгенең Башҡортостан төбәк вәкиллеге етәксеһе вазифаһын башҡара. 1999 йылдан университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, 2003 йылдан — ректоры. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Мәсәғүт педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһында Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Педучилищела уҡыған йылдарҙа уҡ Миңлеғәфүр баянда, гитарала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнеп ала һәм район, республика күләмендә үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары смотрҙарында ҡатнаша. Университетта иһә "Йәнгүзәл" фольклор ансамбле менән Башҡортостандың байтаҡ райондарын, Сыуаш Республикаһын, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләрен йөрөп сыға, башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын арттыра. Күренекле ҡумыҙсы, яҡташы Роберт Заһретдинов менән осрашыу, уның махсус программаһы буйынса шөғөлләнеү Миңлеғәфүрҙе билдәле музыканттар араһына алып сыға. Үҙенең концерттары менән ул Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә, Австрия һәм Норвегияла сығыш яһап, халыҡ-ара лауреат исемдәрен яулай. Республика халыҡ ижады үҙәгендә эшләгән осорҙа Миңлеғәфүр күрше өлкәләрҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ алдында лекция-концерттар менән сығыш яһай, урындағы һәүәҫкәрҙәрҙе ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәтә, балалар ансамблдәре ойоштороп, йөҙҙәрсә башҡорт балаһына ҡумыҙ буйынса дәрестәр бирә. Күренекле ҡумыҙсы һәм өзләүсе Роберт Заһретдинов, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың тырышлығы һәм башланғысы менән Мәсетле районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы эргәһендә "ҡумыҙ" бүлексәһе асыла. Ә 2007 йылдан башлап ике йылға бер ҡумыҙсылар, өзләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы үткәрелеп килә. Унда Башҡортостан райондарынан ғына түгел, бәлки Рәсәй төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар килә. Быйыл март айындағы бәйгелә, мәҫәлән, 270 кеше ҡатнашты.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Бикембәтовтар. Улар өсәү. Өсөһө лә "атҡаҙанған хеҙмәткәр" исемен йөрөтә.
Ололары — Мәҡсүт Шәйәхмәт улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Хеҙмәт юлын Омск ҡалаһының нефть эшкәртеү заводы төҙөлөштәрендә экскаватор машинисы булып башлай. Мәсетле яҡтарына ҡайтҡас, Нуриманов исемендәге колхоз, “Мәсәғүт” совхозының комсомол ойошмалары секретары вазифаларын үтәй. Артабан ул райондың "Коммунист" гәзите редакцияһына фотохәбәрсе итеп эшкә алына. 1965 йылда Мәҡсүт район типографияһының директоры итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифаны 37 йыл башҡара. Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почет грамотаһы менән наградланған.
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы Сыңғыҙ Бикембәтов Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, Өфөләге 1-се профтехучилищены тамамлағас, ХХII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, "Өфөнефтехим" асыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәтендә өлкән оператор булып эшләй.
Кесе йәштән үк һуҡыр ҡалған һәм ғүмер буйы колхоз келәтендәге ашлыҡ елгәргесте әйләндереп балаларын ҡараған Шәйәхмәт ағайҙың төпсөк улы Шатморат Өфөлә 1-се мәктәп-интернатты тамамлағас, Горький инженер-төҙөлөш институтының гражданлыҡ төҙөлөшө факультетында белем ала һәм Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы капиталь төҙөлөш идаралығының производство бүлеге инженеры итеп тәғәйенләнә. Совет Армияһында хеҙмәт иткәс, шул уҡ бүлектә өлкән инженер, производство-техник бүлеге начальнигы булып эшләй. 2000 йылда Шатморат Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Бөгөн ул — Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, республиканың II разрядлы баш муниципаль советнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Ауыл уҡытыусылары Йәүһәрә менән Шакирйән Хажиевтар ғаиләһендә Фәрҙиән баш бала булып донъяға килә. Унан һуң йәнә Наилә, Даян, Нәүилә, Ғаян, Рафиҡ, Зилә тыуа. Уларҙың бишәүһе юғары белем алыуға өлгәшә. Беҙ һүҙ алып барасаҡ Фәрҙиән, мәҫәлән, Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын тамамлағас, Ҡурған өлкәһенә эшкә ебәрелә. Бер нисә йылдан ул Мәсетле яҡтарына ҡайта, Салауат Юлаев исемендәге колхоздың баш инженеры итеп тәғәйенләнә, ә киләһе йылда уны Фрунзе исемендәге колхоз (Яңы Мишәр ауылы) рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ана шунда асыла ла инде Фәрҙиәндең етәкселек һәләте. Эйе, һәләте, сөнки талант тигән ҙур исемде, булдыҡлылыҡты беҙ күп осраҡта артистарға, әҙиптәргә генә ҡайтарып ҡалдырырға өйрәнгәнбеҙ, ә башҡа һөнәр эйәләре ситтә ҡала килә. Фәрҙиән ана шул таланттарҙың береһе генә. Ул колхоз рәйесе булып эшләгән 15 йыл эсендә мал һимертеү комплексы, ауыл мәҙәниәт йорто, колхоз идараһы бинаһы төҙөлә, умарталыҡ, колхоз балалар баҡсаһы асыла, яңы юлдар һалына. Күп һөйләргә яратмаған, һөләймәндәргә генә хас тыныслыҡ, һалҡын ҡанлылыҡ, эшһөйәрлеге, түрәләргә тәрилкә тоторға яратмағанлығы менән ул район үҙәгенә күскәс тә юғалып ҡалмай. Бөгөн ул — район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Күптән түгел уға "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бында мин Һөләймән ауылынан сыҡҡан 12 "атҡаҙанған хеҙмәткәр"ҙең генә тормош юлына байҡау яһаным. Ҡалғандарының исем-шәрифен генә һанап сыҡмаҡсымын. Бына улар:
Мәүлиҙә Фазылова — Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре, һауынсы;
Мөхәмәтғәлина (Бикембәтова) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка белгесе, йырсы.
Мәшүҙә Хәмиҙуллина (Закирйәнова) — Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, өлкән шәфҡәт туташы.
Рәзилә Әхмәтханова (Хажиева) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Һөләймәндәрҙең даны "атҡаҙанған"дар менән генә сикләнмәй. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 1950—1967 йылдарҙағы Президиум рәйесе Фәйзрахман Зәғәфуранов, 1959—1969 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хәрби комиссары, полковник Мортаза Әхмәҙуллин, Мәсетле районынан сыҡҡан берҙән-бер генерал, Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса миграция хеҙмәте идаралығы етәксеһе Борис Ғөзәйеров та — Һөләймән егеттәре.
(Аҙағы. Башы 232-се һанда).