Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт?05.01.2012
Беҙгә бөгөн нимә ҡиммәт?Башҡортостандың Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы — кеше тормошондағы бөтә ваҡиғаларҙы теркәүсе, барлаусы, дөйөмләштереүсе һәм конституцион хоҡуҡтарҙы тоғро яҡлаусы етди ойошма. Бығаса Башҡортостан Юстиция министрлығы “ҡыйығы” аҫтында эшләгән идаралыҡ үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң 2010 йылдың 31 декабрендә айырым үҙаллы ойошма булараҡ теркәлде.
Яңы йыл алдынан өлгәшкән уңыштарҙы, киләсәккә пландарҙы барлау ғәҙәте бар, шуға күрә Башҡортостандың ЗАГС идаралығы начальнигы Зифа ӘБҮБӘКИРОВАҒА тарих йылъяҙмаһында ҡалған иҫке йылды оҙатыу мәлендә үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Зифа Әҙһәм ҡыҙы, эшегеҙҙең күп яҡлы – нескә лә, ҡатмарлы ла мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алғанын яҡшы аңлайбыҙ. Шулай ҙа ЗАГС төшөнсәһенә ниндәй бурыстар йәшеренгәнен асыҡлайыҡ әле.
— ЗАГС органдарына бик күпте кисерергә, заман үҙенсәлектәренә яраҡлашырға тура килһә лә, маҡсатыбыҙҙан ситкә тайпылманыҡ: республикабыҙҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен һәм демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итәбеҙ. Белеүегеҙсә, кеше ғүмерендә була торған хәлдәр теҙмәһен — тыуыу, никахлашыу, айырылышыу, атайлыҡты билдәләү, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, исем-фамилияны алмаштырыу, үлем — һәммәһе ете төр актты теркәү беҙҙең хеҙмәткә ҡағыла. Бала тыуыуын мотлаҡ бер ай, ә үлем осрағын өс көндән дә ҡалмай дөрөҫ, грамоталы итеп теркәргә бурыслыбыҙ. Һуңғыһы айырыуса ҡырҡыу мәсьәлә.
Өҫтәүенә йыл да гражданлыҡ хәле акттарын теркәү күләме артҡандан-арта. Уларҙың һаны 2007 йылда 168 меңдән ашыу булһа, 2010 йылда 174 меңгә етте. 2011 йылдың яртыһында 81600 акт теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтарының 3,3 процентҡа юғары булыуы тәрән борсолоу тыуҙыра.
— Күренеүенсә, исемдәрен алмаштырырға теләп һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр артҡан...
— Эйе, ата-әсәһе яратып ҡушҡан исемдән арынырға теләүселәр ҙә етерлек. Кемдер тарихи тамырҙары булған, тәрән мәғәнәле исемдәргә өҫтөнлөк биреүҙе хуп күрә, икенселәр, киреһенсә, заманса яңғырашлы, һирәк осраусы исемдәрҙе оҡшата. Исем ҡушыуҙың бик яуаплы, етди мәсьәлә икәнлеген йәш атай һәм әсәйҙәрҙең хәтеренә төшөргө килә. Мәҫәлән, 1877 кеше исемен, фамилияһын, атаһының исемен үҙгәртеүҙе һорап беҙгә мөрәжәғәт итте. Элек исем-атты алмаштырыу олоғара ҡатмарлы эш һаналһа, хәҙер ул ябайлаштырылды, ғариза яҙғандан һәм бер мең һумлыҡ пошлина түләгәндән һуң хәл итергә мөмкин.
— Эшегеҙҙе камиллаштырыу йәһәтенән тағы ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар индереүгә өлгәштегеҙ?
— ЗАГС органдарына хәҙер бер ниндәй ҙә сират юҡ. Элеккесә ҡулдан ҡағыҙ тултырыуҙан ҡотолдоҡ. Теләгән бер актты әҙерләү өсөн кешенең паспорты ғына кәрәк, мәғлүмәттәр автоматик рәүештә тиҙ һәм еңел тултырыла.
Заманса технологияларҙы ҡыйыу үҙләштерәбеҙ. Әле архив базаһын электрон рәүешендә булдырыу һәм һаҡлау менән шөғөлләнәбеҙ. Электрон формала хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Волгоград һәм Һамар өлкәләре менән берлектә пилот проектында ҡатнашыу эш сифатын яҡшыртыуҙа яңы офоҡтар асыр тип өмөтләнәбеҙ.
Йәштәр өсөн һөйөнөслө хәбәр ҙә бар. Хәҙер никахлашыу өсөн Интернет аша ЗАГС-ҡа заявка ебәреп була. Саҡырыу ҡағыҙын да электрон адресығыҙ аша аласаҡһығыҙ.
— Яңы тыуған сабыйҙы теркәү, тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу, Пенсия фондында иҫәп асыу, әсәлек капиталына документтар, медицина полисы юллау — йәш ата-әсә өсөн йәнә оло һынау. Ошо мәшәҡәттәрҙе еңеләйтеү юлдары бармы?
— Был хаҡта уйланмау мөмкин түгел. Өлгө алырлыҡ тәжрибәне Ҡазандағы коллегаларыбыҙҙан да өйрәндек, башҡа төбәктәрҙең эшенә лә күҙ һалабыҙ. Әле бала табыу йорттарында сабыйҙарҙы теркәү буйынса проект эшләйбеҙ.
Бала табыу йорто тураһында һүҙ сыҡҡас, тағы ла бер мәғлүмәтте гәзит уҡыусылар иғтибарына еткергем килә. “Гражданлыҡ хәле акттары хаҡында” 143-сө Федераль закондың үҙгәрештәр индерелгән 20-се статьяһын күп ата-әсә белмәй. Унда донъяға килеп тә тәүге аҙнала уҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында вафат булған сабыйҙарҙың тыуыуын һәм үлемен теркәү кәрәклеге хаҡында һүҙ бара.
Тимәк, оло ҡайғы кисергән ғаиләнең әсәлек капиталы алыуға тулы хоҡуғы бар. Йыш ҡына закондарҙы белмәү һөҙөмтәһендә әсә ошо мөмкинлектән файҙаланмай ҡала.
— “Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай ҡартайған көндәрҙә лә...” тигән йыр һүҙҙәре бөгөн дә иҫкермәгән төҫлө. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
— Был хәҡиҡәтте раҫлаған миҫалдар менән йыш осрашып торабыҙ. Йыр көнүҙәклеген һис юғалтмай... Яңыраҡ Краснокама районында 72 йәшлек хеҙмәт ветераны һәм уның 60 йәшлек кәләшенең никахын теркәнек. Ошонда уҡ 56 йәшлек ир һәм 60 йәшлек ҡатын законлы никахҡа инде, әйтеп үтергә кәрәк: был – кейәүҙең тәүге никахы.
— Яңы йылды ҡаршы алған көндәрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән таныштыҡ. Илдә ирле-ҡатынлы парҙар — 33 миллион, ә 13 процентының теркәлмәгән никахта йәшәүе асыҡланды. Был һандар һеҙҙе борсомаймы?
— Ғаилә институтын нығытыуҙың ил һәм дәүләт ҡеүәте өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлайһығыҙҙыр.
Законлы никахты кешенең ышаныслы, яуаплы, сабыйҙарҙың ҡурсаулы, яҡланған булыуын раҫлау шарты тип ҡарайбыҙ. Ғаилә традицияларын һанға һуҡмау, никахтарҙың рәсми теркәлмәүе — демографик көрсөккә килтереүсе юлдарҙың береһе. Халыҡты һаҡлауҙың бөгөн төп проблема булыуын аңларға тейешбеҙ. 2002 йылдан алып Рәсәй халҡы 2,3 миллионға кәмегән, ошо ваҡыт эсендә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан. Ғаилә яҙмышына битараф булмайыҡ, сөнки ошо бәләкәй генә йәмғиәт күҙәнәгенең именлегенә, үҫешенә ҙур, ҡеүәтле илдең киләсәге бәйләнгән бит.
Һуңғы йылдарҙа республикала тыуымдың артыуы күҙәтелде. Мәҫәлән, 2007 йылда 51553 сабый доньяға килһә, 2010 йылда был күрһәткес 57660 тәшкил итте. Ә былтырғы 11 айҙа 51515 сабый тыуыуын теркәнек.
— Демографик күрһәткескә емерткес йоғонто яһаусы факторҙарҙың ҡайһыһы кисекмәҫтән ашығыс сара күреүҙе талап итә тип уйлайһығыҙ?
— Күңелде өйкәгән иң ҡатмарлы һорау был. 2010 йылда типһә тимер өҙөрлөк 1649 йәш кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тетрәндерҙе. Былтырғы күрһәткестәр ҙә һағайта. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе йәшәү мәғәнәһен юғалтыу, тормошта үҙ-үҙеңде таба алмау, тотороҡһоҙлоҡ, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ кеүек социаль мәсьәләләр менән туранан-тура бәйле. Эш таба алмау һөҙөмтәһендә ир-егеттәр Себергә юллана, ваҡытында өйләнмәй, ғаиләләр тарҡала, сабыйҙар донъяға килмәй — ошо проблемалар сылбыры илде демографик үҫеш юлынан мәхрүм итә лә инде.
— Республикала эшһеҙлектең ил буйынса уртаса күрһәткестән юғары булыуын Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә әйтеп үтте. Был йүнәлештә йоғонтоло саралар күрелә башланы кеүек, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә, ярҙам итеүҙә өлгө булырлыҡ миҫалдар етерлек.
— Эйе, һуңғы осорҙа республикала иҡтисади һәм демографик хәлдең именерәк, тотороҡлораҡ була барыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ. Позицияларҙы һаҡлау менән бергә яңы йылда ең һыҙғанып эшләйһе бар, атҡараһы бурыстарҙың барлығын да онотмайыҡ. 2012 йыл һәр ғаиләгә тыныс, татыу тормош, бәхет алып килһен.
Динә АРЫҪЛАНОВА
әңгәмәләште.


Вернуться назад