Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте07.12.2013
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Арыҫланов Риф Закуан улы, Баймаҡ ҡойоу-механика заводы моделләүсеһе Бүләков Фәрит Байморат улы, ошо уҡ заводтың кран машинисы Нурғәлина Мәҙинә Рәйес ҡыҙы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Хоронеко Александр Васильевич, Салауат ҡалаһындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Смаков Рауил Хәлим улы “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Баймаҡ ҡойоу-механика заводы токары Арыҫланов Әҙеһәм Әкрәм улы, Әбйәлил районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, район хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге секторы мөдире Ғиләжев Ғәйнетдин Зәйнетдин улы, Благовар районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, район Советы аппаратының бүлек начальнигы Логинов Павел Александрович, Кушнаренко районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Мәрүәнов Риф Ғәбит улы, Балтас районындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Сираев Айҙар Хәтип улы, Баймаҡ районындағы Темәс ауыл Советы башлығы Йәнсурин Рауил Хөрмәт улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Баймаҡ лицей-интернаты директоры Сәлихов Азамат Әхмәҙи улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре”, Баймаҡ ҡойоу-механика заводы мастеры Сөләймәнов Ринат Мәүлитдин улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы”, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының төп рәссамы Мирғәлиева Лилә Мөхәмәтйән ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы”, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты шоферҙары Мөхәмәҙиев Рөстәм Зәки улына һәм Хөрмәтуллин Фәнил Фәнис улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад