Ҡазан фажиғәһе һабаҡ булмаған, ахыры…06.12.2013
“Өфө – Бангкок” авиарейсының ҡазаға тарый яҙыуы тураһындағы хәбәр бар Башҡортостан халҡын борсоуға һалды. Самолет экипажы, Үзбәкстан диспетчерҙарына төҙөкһөҙлөк тураһында хәбәр итеп, Ташкент аэропортында ултырырға рөхсәт һорай. Лайнерҙың бер двигателе сафтан сыға.
Пилоттарҙың оҫталығы арҡаһында ғына борттағы 262 кеше иҫән-һау ҡалған. Ҡурҡҡан пассажирҙарҙы тынысландырған летчик йыш ҡына: “Биш балам бар, минең дә йәшәгем килә”, – тип ҡабатлаған.
Самолетты ремонтлағандан һуң, ҡайһы бер пассажирҙар артабан осоуҙан баш тартҡан: 20 кеше баш ҡалаға поезда, тағы уны икенсе рейс һайлап ҡайтыуҙы хуп күргән.
Рәсәйҙә һауа судноларының иҫкереүе, пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, күптән сафтан сыҡҡан самолеттарҙа хеҙмәтләндереү ғәҙәткә инеп бара түгелме? Яңыраҡ ҡына Ҡазандағы фажиғә һабаҡ булманымы икән ни?!