Аҡыл менән эш итеү зарур07.12.2013
(“Башҡортостан”, “Президент? Башлыҡ? Хаким?”, 2013 йыл, 16 ноябрь)

Рәсәй етәкселәре үҙ халҡына тыныс ҡына йәшәргә һис мөмкинлек бирмәй. Ни ҙә булһа уйлап сығара. Әле килеп “президент” атамаһын алып ташлау тураһында һүҙ ҡуҙғата. Халыҡ үҙ фекерен әйтә, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре уның аҙағының ни менән бөтөрөн аңлап етмәй, күрәһең. Илдә бер генә президент булғас, республика юҡҡа сыға тигән һүҙ бит ул. Мәсетле районынан Вәсилә Ғимранова дөрөҫ фекерләй. Барлыҡ республикаларҙы бөтөрөп, Рәсәй Республикаһы булып ҡына ҡалыуыбыҙ ихтимал. Әгәр бөгөн “президент” атамаһын яҡламаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ.

Президент — халыҡ тауышы менән һайлана торған вазифа. Ундай атаманы юғалтһаҡ, һайлау хоҡуғынан да мәхрүм ителеүебеҙ ихтимал. Хәйер, һуңғы йылдарҙа һайлауға барыусылар һаны кәмегәндән-кәмей, сөнки яҡшы тормошҡа халыҡта өмөт бөтөп бара. Әлеге Конституциябыҙ ҙа бит Рәсәй Конституцияһының күсермәһе хәленә ҡалды.
Вәсилә Ғимранова әйтмешләй, “Республикаға исем биргән халыҡтың үҙ президенты булырға тейеш”. Ишембайҙан Ғәлим Вәлитов: “Башҡортостан етәксеһе 90-сы йылдарҙа уҡ “президент” тип аталды, ҡанун менән нығытылды. Шулай ҡалырға тейеш”, — тип дөрөҫ әйтә. Президентһыҙ тороп ҡалһаҡ, республикабыҙҙы ғына түгел, туған телебеҙҙе лә юғалтасаҡбыҙ. Әле лә бит ер-һыуыбыҙ әкренләп ситтәр ҡулына күсеп бөтөп бара.
Бөгөн күптәр “президент” атамаһын хуп күрә, бик булмаһа, “хаким” һүҙенә өҫтөнлөк бирергә кәрәктер.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, халҡыбыҙ был осраҡта айыҡ фекер йөрөтөп, үҙенең тапҡыр һүҙен әйтергә тейеш. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр был сәйәсәттең ҡайҙа барғанын белмәй, яңылыш уйлап, хата тәҡдим индереп маташа. Ил яҙмышын хәл иткәндә аҡыл менән эш итеү зарур.


Вернуться назад