Төп ҡануниәттең үҫеше — үҙебеҙҙән06.12.2013
Төп ҡануниәттең үҫеше — үҙебеҙҙәнБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Бөтөн донъя, әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәләнең ҡанунына ҡоролған. Күк есемдәренең хәрәкәте булһынмы, үҫемлектәрҙең, йәнлектәрҙең йәшәү рәүешеме, әҙәм балаһының генетик үҙенсәлеге һаҡланыуымы — барыһы ла низамға һалынған. Бөйөк Ғабдулла Туҡайҙың:
"... Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа", — тигән шиғри һүҙҙәре һәр кемебеҙгә таныш. Ошонан ғына сығып ҡарағанда ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр нәмәнең үҙ ваҡытында булыуы яҡшы: яҙға — йылы ямғыр, йәйгә — сағыу ҡояш, көҙ башына сыуаҡлыҡ килешһә, ҡыш "мыжып" тормаһын — ҡарлы бурандары менән кинәндерһен! Барыһы ла тәғәйен мәлендә, билдәле миҡдарҙа башҡарыла икән — файҙаға ғына ул, ә инде саманан сығып китһә, зыяны оҙаҡ көттөрмәҫ, язаһы ҡаты булыр. Был йәһәттән "Ҡөрьән"дә: "Аллаһ Тәғәлә һәр нәмәне үлсәү менән яратты", — тиелгән, тимәк, хаттин ашырға ярамай. Билдәләнгән низамдан ситкә тайпылыуҙың бәрәкәтле эште ҙур һәләкәткә илтеүе ихтимал.
Кеше-ара, ил-ара мөнәсәбәттәрҙә лә тәртип мөһим урын алып тора. Хатта ки борон ҡәбиләләрҙең дә үҙ ҡануны булған. Әле иһә һәр дәүләттең төрлө өлкә буйынса ғалимдар, хоҡуҡ белгестәре ҡатнашлығында төҙөлгән низамнамәһе — Конституцияһы — бар.
12 декабрҙә Башҡортостандың төп ҡануниәте ҡабул ителеүгә 20 йыл тула. Әл-хәмдү лил-ләһ, ошо ваҡыт арауығында ул дәүләтселектең нигеҙен билдәләгән, илдең тотороҡло үҫешен, йәмғиәттең именлеген тәьмин иткән терәк документҡа әйләнде һәм, иншаллаһ, был бурыстарын артабан да лайыҡлы атҡарыр тигән ышаныстамын. Тәү сиратта кешенең, граждандың мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, уның йәшәү, тормош көтөү, эшләү, ғаилә ҡороу, белем алыу һәм башҡа йәһәттән хоҡуҡтарын, иркен һаҡлаған һәм яҡлаған Конституцияла халҡыбыҙҙың меңәр йыл дауамында быуындан-быуынға тапшырыла килгән рухи-әхлаҡи, дини ҡағиҙәләренең дә сағылышын күрәбеҙ. Был беҙгә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау, үҫтереү юлын аса. Йәшәү өсөн ошондай һәр яҡлы мөмкинлек тыуҙырған ҡануниәттең ҡәҙерен белергә, бирелгән хоҡуҡтарҙы теүәл, дөрөҫ файҙаланып, уларҙың ыңғай үҫешенә йоғонто яһарға тейешбеҙ. Ғөмүмән, Төп Закондың үтәлеше үҙебеҙгә, хакимиәт органдарына бәйле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: "Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө", — тигән икән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, илебеҙҙең һәр яҡлы үҫеше, именлеге өсөн ҙур бурыс тойоп йәшәү һәм эшләү мөһим. Конституция ҡағиҙәләре уңышлы тормошҡа ашырыла икән, дәүләт йәшәй, тигән һүҙ. Тимәк, ҡанун бәрәкәтендә илдәге тәртип тә үлсәүҙә барасаҡ.
Аллаһ Тәғәлә, иншаллаһ, илебеҙҙең Конституцияһы ҡабул ителгән көндө мөбәрәк ҡылһын, илебеҙгә — тыныслыҡ, кешелек донъяһына именлек, иман, ҡот-бәрәкәт насип итһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.
Сниму квартиру в Уфе на длительный срок посуточно.


Вернуться назад