Тауҙар тарафына китеп барабыҙ. Мөһабәт Уҡлыҡая алыҫтан күренеп тора. Ҡаяға һыйынып ауылдар теҙелеп киткән: Ташаҫты, Иҫке Тайыш, Имәндәш...
Бында килгән һайын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Кешеләр тауҙар шикелле —
Бейек булған һайын,
Йәшәүҙәре хәүефлерәк,
Яҙмыштары ҡыйын.
Тауҙар!.. Тауҙар!.. Баштарын ниндәй генә болоттар сорнаһа ла, ел-дауылдар бәрһә лә, йәшендәр телһә лә, донъяға зарланмай ғорур баҫып тора. Шундай бейек “тау”ҙарҙың береһе — Имәндәш ауылында тыуып үҫкән атаҡлы ғалим Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов. Күптән түгел 80 йәшен тултырған аҡһаҡалыбыҙ тыуған яғына ҡайтып, яҡташтары менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеп китергә булды.
Нияз Абдулхаҡ улы ауыл зыяратына барып, ата-әсәһенең ҡәберенә сал башын эйгәндән һуң Имәндәш урта мәктәбенә юлланды. Мәктәптең уҡытыусылары һәм уҡыусылары күңел ишектәрен шар асып ҡаршыланы ағайыбыҙҙы. Мәктәп директоры Ләлә Ғәли ҡыҙы Урманшина, һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ, тип, Нияз Абдулхаҡ улын сәхнә түренә әйҙүкләне, ағайҙың төрлө йылдарҙа төшкән рәсемдәрен бүләк итте.
Ошо уҡ мәктәптә оҙаҡ йылдар директор, аҙаҡ район хакимиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ғүмере буйына илем-халҡым тип йәшәүсе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин юбилярҙы ихлас тәбрикләне. "Нияз Абдулхаҡ улын мин Уҡлыҡая менән сағыштырам, — тине ул. — Тауға менгән һайын офоҡ киңәйә бара. Бөгөн данлы ғалимыбыҙ донъяға ошо бейеклектән ҡарай һәм уның башҡарған эштәре лә ошо тау кеүек".
Ауыл муллаһы Әлтәф Ғәфиәт улы Түзбәков Нияз ағайҙың атаһында уҡырға насип булыуы, ул саҡта малай булған Нияздың Өфөгә нисек барыуы тураһында һөйләне: "Нияз малайҙар менән күмер вагонына ултырып китә. Вагондан төшкәс, бер-береһен танымай торалар. Үҙҙәре күмер кеүек ҡап-ҡара була. Бына шулай "күмер"гә әйләнгән малайҙар, белем осҡоно менән тоҡанып, хәҙер үҙҙәре ғилем усағын дөрләтә".
Имәндәш ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов Нияз ағайҙың Имәндәш урта мәктәбен төҙөтөүгә күп көс һалыуын, ауылға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышыуы хаҡында һөйләп, бүләк тапшырҙы.
Ғөмүмән, Нияз Абдулхаҡ улын ҡотларға теләүселәр күп булды. Уның бер туған ҡустыһы Венер Мәжитов, Ҡарағай урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәмил Кинйәбулатов, ауыл халҡы ихлас теләктәрен, күңелдән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен йәлләмәне, ә Имәндәш мәктәбе уҡыусылары әҙерләгән концерт йөрәктәргә май булып яғылды. VI класс уҡыусыһы Айһылыу Рәшитованың моңло йырын тыңлап хисләнгән Нияз ағай ҡыҙыҡайға китабын бүләк итте, ә I класс уҡыусыһы Юлиә Ғәлина өҙҙөрөп бейегәндән һуң, уны күтәреп үк алды: "Был сәхнә генә тар, донъя сәхнәһенә сығырға кәрәк һиңә!" — тине аҡһаҡалыбыҙ.
Х класс уҡыусыһы Азамат Ҡәйепов башҡарыуында халыҡ йырҙарын тын да алмай тыңланы зал. Торғаны бер артист бит был егет! Киләсәктә уның моңло тауышын бөтә Башҡортостан ишетер әле, моғайын.
Кисәне ослап, Нияз Абдулхаҡ улы һүҙ алды: "Мин сикһеҙ шатмын. Хөрмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Мин һәр ваҡыт Имәндәш малайы булып ҡалдым, тамырҙарым бында. Матур өйҙәрҙә йәшәйһегеҙ, ауылдаштар, донъяғыҙ бөтөн. Ләкин ауылыбыҙ артабан да үҫергә тейеш. Урамға асфальт түшәтергә кәрәк. Берҙәм булһаҡ бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, киләсәк быуындар ғорурланырлыҡ тарих ҡалдырырбыҙ, туғандар".
Күкрәгендә Салауат Юлаев ордены балҡыған сал сәсле, маңлайында йылдар тәрән эҙ ҡалдырған ағайыбыҙға ҡарап, шундай уйға килдем: ғүмерен илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн арнаған, быуаттар туҙаны ҡаплаған тарихыбыҙға йән өрөүсе академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов хөрмәтенә Имәндәш урта мәктәбендә тарих музейы асҡанда, киләсәк быуындар өсөн изге бер ҡомартҡы булыр ине.