Абруй нигеҙе — яуаплылыҡта06.12.2013
Сит илдәрҙең күбеһендә журналистика факультеттарына мәктәпте яңы ғына тамамлаған йәштәрҙе ҡабул итмәйҙәр: был һөнәрҙе һайлаған кешенең күпмелер тормош тәжрибәһе булыуы мөһим. Тимәк, халыҡ араһында ҡайнап эшләйәсәк, уны борсоған проблемаларҙы күтәреп сығасаҡ белгес яуаплы хеҙмәткә әҙерлек менән килергә тейеш.
Төбәктең башҡорт һәм татар телдәрендә донъя күргән гәзит-журналдары эшмәкәрлегенә арналған семинарҙа ошоға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторған конференцияла республика, район баҫмалары, нәшриәт етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Һөйләшеүгә тел белгестәре — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманова, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты, филология фәндәре кандидаты Раушания Гәрәева, агентлыҡтың электрон киң мәғлүмәт саралары бүлеге белгесе Светлана Иҫәнғолова — саҡырылғайны. Улар матбуғат баҫмаларының бөгөнгө торошона байҡау яһап, ыңғай һәм кире яҡтарҙы билдәләне, үҙ тәжрибәһенә таянып кәңәштәр бирҙе.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының фекеренсә, хәбәрсенең уңышлы эше нигеҙендә һөнәри этик яуаплылыҡ ята.
— Заман технологиялары журналист эшен күпкә еңеләйтте, — тине ул. — Был “хәбәрсе булыуы ауыр түгел” тигән фекер тыуҙырмаһын ине. Журналист, һәр ваҡыттағыса, йәмғиәттән бер аҙым алда атларға, һәр яңылыҡ менән танышып барырға, уларҙы, төрлө фекер аша анализ яһап, халыҡҡа дөрөҫ итеп еткерергә бурыслы. Был, әлбиттә, аҡыл, ҡыйыулыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, егәрлелек талап итә. Һөнәрҙе уйһыҙ-ниһеҙ, еңел күреп һайлағанһың икән, ниндәйҙер уңыш ҡаҙанырыңа, дөйөм эшкә файҙа килтеререңә шик ҙур.
Рәшиҙә Мәһәҙиева уҡыу йорттарында йәш журналистарҙы әҙерләү, уларҙа һөнәри этик яуаплылыҡ тәрбиәләү мәсьәләләренә туҡталды, хәбәрсенең, гәзит-журналдың үҫеш, абруй яулау нигеҙен билдәләне.
— Үҙ-үҙеңә талапсанлыҡ кәрәк, — тип өҫтәне ул артабан. — Милли матбуғаттың үҫешен тап ошо һыҙатҡа бәйләйем. Һәр хәл-ваҡиғаға шәхси ҡарашың булыуы мөһим, ә бының өсөн күп уҡырға, донъяла барған бөтөн яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта, йәштәрҙе фекерле итеп үҫтереү маҡсаты тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ла ҙур бурыс өҫтәй.
Гәзит-журналдың әһәмиәте, уҡымлылығы грамоталылыҡ, һүҙҙәрҙең, терминдарҙың дөрөҫ яҙылышына ла бәйле. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, филология фәндәре докторы Миңһылыу Усманованың ошо хаҡтағы сығышы ла семинарҙа ҡатнашҡандар өсөн бик фәһемле булды. Докладтың нигеҙен ғалимәнең “Башҡортостан” гәзитендә йылдан ашыу донъя күргән “Телебеҙҙе кем боҙа? Үҙебеҙ!” тигән дауамлы мәҡәләһе тәшкил итте. Тимәк, баҫманы даими уҡып барғандарға Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙының дәрестәре, фекер-кәңәше яҡшы таныш.
Ҡулланылышҡа ситтән ингән яңы һүҙҙәр, терминдар гәзит-журнал, нәшриәт эшендә байтаҡ ауырлыҡ тыуҙыра. Уларҙы шул килеш ҡалдырһаҡ, телебеҙ боҙола, ярлылана. Икенсе яҡтан, барыһын да тәржемә итеп бөтөү ҙә мөмкин түгел. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов үҙ сығышын ошо мәсьәләгә арнаны. Һөҙөмтәлә семинарҙа ҡатнашҡандар һүҙҙәрҙе, терминдарҙы дөрөҫ яҙыу йәһәтенән бер фекергә килергә, кәңәшләшеп эшләргә һүҙ ҡуйышты.
“Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков менән “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов үҙ сығышында ошондай һөйләшеүҙәрҙең милли матбуғатты үҫтереү, дөйөм маҡсатта берҙәм эшләү йәһәтенән әһәмиәтен билдәләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы белгесе Светлана Иҫәнғолованың башҡортса нәшер ителгән гәзит-журналдың электрон версияһын камиллаштырыу, социаль селтәрҙәрҙә киң танытыу юлдары хаҡында сығышы ла ифрат фәһемле булды, семинарҙың эшен тағы ла йәнләндереп, тулыландырып ебәрҙе.
Ғөмүмән, милли матбуғаттың заманса үҫеше, уның абруйын арттырыу артабан да ҙур яуаплылыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә — гәзит-журнал, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре ошо ысынбарлыҡҡа тағы ла бер инанып, яңы көс-ҡеүәт менән таралышты.