ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА06.12.2013
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНАЕгерменсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Яҡшылыҡ ҡылыу"

"Урал батыр" эпосында яҡшылыҡ хаҡында фәһемле миҫалдар аша бик яҡшы итеп аңлатылған. Шул юлдарҙы бергәләп уҡып, иҫтә ҡалдырырға тырышыу отошло булыр.
Донъяла мәңге ҡалыр эш —
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән —
Ул да булһа — яҡшылыҡ.
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге йәшәр аш булыр.
Эпоста башҡорт халҡының донъяла йәшәү маҡсаты аңлатылған. Был иһә — изгелек ҡылыу, үҙеңдән һуң яҡшы исемеңде ҡалдырыу. Балаға бәләкәйҙән ошо маҡсат һалына башлаған. Яҡшылыҡ тураһында мәҡәлдәр, йырҙар ифрат күп. Әкиәттәрҙә лә һәр саҡ изге ниәтлеләр өҫтөнлөк яулай. Геройҙары бер ваҡытта ла хәйлә, алдау, юхалау, ике йөҙлөләнеүгә юл ҡуймай, ауырлыҡтарҙы фәҡәт батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, күңел матурлығы аша еңеп сығып, халыҡ батырына әйләнә. Ил батшаһы вазифаһына күтәрелһә, халҡын хәстәрләп йәшәй.
Дәрестә мәҡәлдәр файҙаланып, әңгәмә ҡороу ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирер. Мәҫәлән, "Яҡшылыҡ эшләү яҡшылыҡ күреүҙән яҡшыраҡ тигәнде нисек аңлайһығыҙ?" тигән һорау биреп, уйландырып алыу һәйбәт булыр.
Хәҙис шәрифтәр

Рәнйеткәнде ғәфү ҡылһаң,
Һарандарға йомарт булһаң,
Талашҡанға ҡулың бирһәң,
Эшем хаҡ булды, тиерһең.

* * *
Эҙләмә бөйөк эштәрҙе,
Тамағын туйҙыр астарҙың,
Ауырыуҙың хәлдәрен бел,
Әсир-ҡолдарҙы ҡотҡар һин.

* * *
Кешеләрҙең иң яҡшыһы —
Оҙон ғүмер йәшәгәне,
Оҙон ғүмере буйына
Тик яҡшы эш эшләгәне.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Дини ритуалдар. Йолалар һәм
ғөрөф-ғәҙәт"

"Башҡорт халҡында бөгөнгәсә һаҡланған ниндәй йолалар бар?" — тип, дәресте балаларҙан милли байрамдар, ғөрөф-ғәҙәт хаҡында һөйләтеүҙән башлау отошло булыр.
Тәбиғәттә уйындар ҡороуҙың, йолалар башҡарыуҙың әһәмиәте ниҙә? Мәҫәлән, "Ҡарға бутҡаһы"нда ни өсөн ҡоштарҙы һыйлайҙар? "Кәкүк сәйе", "Ямғыр теләү", иген сәскәндә, бураҙна буйлап йомортҡа тәгәрләтеү, шулай уҡ башҡа һынамыштар, юрауҙар, тыйыуҙар — барыһы ла тергеҙелә. Күптәр быны ихлас ҡабул итә, йолаларҙы өҫтән-мөҫтән генә үтәп маташыусылар ҙа юҡ түгел. Дин менән шаярырға ярамай: ышанаһың икән — бөтөн шарттарҙы ла үтә, ышанмаһаң — ҡыланма. Иң төп шарт — иманлылыҡ, ике йөҙлө булырға ярамай.

Хәҙис шәриф

Ике йөҙлө монафиҡтың
Асылында өс сифаттыр:
Аманатҡа хыянаттыр,
Ялған һүҙҙер, боҙоҡ анттыр.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"
"Әҙәпле булыуҙың алтын урталығы"

Башҡорт халҡында алтын урталыҡты "сама" тигән һүҙ менән атайҙар. "Самаһыҙлыҡтың да самаһы бар", "Сама белгән сайҡалмаҫ", "Уҫал булһаң — аҫырҙар, йыуаш булһаң — баҫырҙар, сама белһәң — ил ағаһы яһарҙар", "Сама самаға тарта", "Самаңа ҡарап эш ит" кеүек мәҡәлдәргә аңлатма биреп китергә кәрәк булыр. Шулай иткәндә, дәреслектәге әҙәплелек хаҡындағы материал уҡыусының аңына яҡшыраҡ һеңер. Халҡыбыҙ борон-борондан һабаҡты ошондай мәҡәлдәргә таянып биргән, һәм был алым әле лә әһәмиәтен юғалтмай.
Уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтендәге ҡытыршылыҡтарҙы миҫалға килтереп, анализ бирергә кәрәк. Әммә, исемдәрҙе өндәшмәйенсә, булған хәлде генә атау отошло булыр: һабаҡ биреү өсөн шәхсән кеше түгел, ә ул ҡатнашҡан ваҡиға мөһим. Әңгәмәнең асыу-ярһыулы, насар эҙемтәгә килтерерлек бәхәскә әйләнмәүен хәстәрләргә кәрәк. Ҡабатлап әйтәм: иң яҡшыһы — исем-шәрифте ҡулланмай һөйләү. Тимәк, сама белеү мөһим.
Халыҡ тәнҡит өсөн бик үҙенсәлекле ысул һайлаған: йә өсөнсө заттан һөйләгән, йә, киреһенсә, барлыҡ кире күренештәрҙе үҙ исеменән бәйән иткән. Был ғәйеплеләргә, хаталарын танып, дөрөҫ юлға баҫырға ярҙам итә.

Егерме беренсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"

"Дуҫлыҡ һәм
үҙ-ара ярҙамлашыу"

"Тормош һабаҡтары" предметтарында, уларҙың кластан тыш уҡыу ҡулланмаларында был тема ярайһы уҡ тулы асылған. II класта үткән "Йылан" тигән хикәйәне лә иҫкә төшөрөргә мөмкин. Уҡытыусылар өсөн кластан тыш уҡыу ҡулланмаһы һәйбәт ярҙамсы булыр (М.С. Бураҡаева. Тормош һабаҡтары. Юғары класс уҡыусылары өсөн эстетик тәрбиә биреү буйынса ҡулланма. Өфө, 2011).
Ғөмүмән, яҙлау, йәйләү, көҙләүҙәргә сығып оҙон-оҙаҡ йәшәп ҡайтҡан, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек, урмансылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт халҡында йәшәү рәүеше үҙе үк дуҫлыҡты һәм үҙ-ара ярҙамсыллыҡты талап иткән. Күмәкләп төрлө ҡул эштәрен башҡарыу — бесән, утын әҙерләү, картуф сәсеү, уны ҡаҙып алыу, кәзә тарау, һарыҡ йөнө ҡырҡыу, һуғым һуйыу һәм башҡалар — ауылдарҙа әле лә дауам итә.
Ошоларҙы башҡарған саҡта үҙ көсөңә генә ышаныу ярамағанлығы, фекерҙәштәрҙең, дуҫ-иштең ярҙамынан баш тартмауҙың мөһимлеге "Урал батыр" эпосында бик тапҡыр итеп төшөндөрөлә:
Менһәм — Буҙат бар ине,
Ҡулда булат бар ине,
Яу тупларлыҡ еремдә
Талай илем бар ине,
Ҡулдаш булыр илемдә
Батыр ирҙәр бар ине —
Шулар ҡәҙерен белмәнем,
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым.
(Бында "талай" — байтаҡ, күп, ә "ҡулдаш" ярҙам итерлек, бергәләшерлек дуҫ тигәнде аңлата).
Темаға бәйле мәҡәлдәр: "Ише күптең көсө күп", "Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы", "Күмәкләгән — яу ҡайтарған", "Береккән һыу Иҙел булған, таралған һыу тамсылап юғалған", "Бер сәскә яланды матурламай", "Ишленең мең ғәйебе лә юйылыр, яңғыҙҙың бер хатаһы меңгә әйләнер".
Уҡыусылар үҙҙәре лә мәҡәлдәр әйтһен. Сәсәнлектә ярыш үткәрергә лә мөмкин.

Хәҙис шәриф

Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә —
Шул кешене йәннәт көтә.

2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"

"Дини ритуалдар. Йолалар һәм
ғөрөф-ғәҙәт"

Был тема ҡатмарлы, шуның өсөн уға ике тулы дәрес бүленгән. Уҡыусы барыһын да үҙләштерә алмаған хәлдә лә, төп тәғлимәттәрҙе, айырыуса үҙенә яҡындарын, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәтте иҫендә ҡалдырһын өсөн, ҡыҫҡаса түбәндәгеләрҙе яҙып ҡуйыу яҡшы булыр:
Ислам. Мәсет. Биш намаҙ. Һәр береһенең алдынан тәһәрәт алыу. Йома намаҙы — мәсеттә.
Христиан дине. Сиркәү. Евхаристия-сер йолаһы. Йәкшәмбе көн сиркәүгә йыйылыу.
Йәһүд дине. Синагога. Көнөнә өс тапҡыр доға ҡылыу. Аҙна һайын — Шәмбе йолаһы.
Буддизм. Көн һайын мантра-доға уҡыу башҡарыла. Йондоҙнамә менән эш итеү. Боронғо көнсығыш календарына ярашлы яҙмыш юрау.

Хәҙис шәриф

Табындың иң йәмле мәле,
Аштың иң тәмле мәле —
Иманлы күмәк ҡулдарҙың
Ризыҡҡа үрелгәне.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"

"Ояла белеү, ғәйеп тойоу һәм ғәфү үтенеү"

Кеше яңылышмай тормай. Иң мөһиме — ғәйебеңде таныу. Телдән әйтмәгән хәлдә лә, дөрөҫ түгеллегеңде төшөнгәнлегең беленһен. Ҡайһы бер бала ғәйебен таныһа ла өндәшмәй. Әммә уның бөтөн ҡиәфәтендә яңылышлығы өсөн үкенгәнлеге һиҙелеп тора икән, кеше алдында һис кисекмәҫтән ғәфү үтенеүен талап итергә ярамай. Иң мөһиме — бала үҙ ғәйебен аңлаһын, эстән тойһон. Башҡортта "оятһыҙ" тигәнде "битһеҙ" һүҙе менән дә атайҙар. "Битһеҙ бүркен баҫмаҫ" тигән мәҡәл бар. Ошонан сығып ҡарағанда, кешенең үҙен тотошона күҙ һалып, ни тойғанын аңлап була. Ояла белгән, ғәйебен таныған әҙәм ҡарашын йәшерә, бүркен батырыбыраҡ кейеп, күҙҙәрен күрһәтмәҫкә тырыша. Ә намыҫһыҙ, ояла белмәгән кеше, бер ни булмағандай, туп-тура ҡарап торор.
Күҙ — күңелдең көҙгөһө. Ҡараштан, бигерәк тә хәрәкәттән, ым-ишаранан күңел торошон яҡшы аңлап була. "Тел һөйәкһеҙ" тигән әйтемде иҫкә төшөрһәк, һөйләгәненә ҡарағанда, үҙен тотошо кешенең эске донъяһын асығыраҡ, дөрөҫөрәк сағылдырыуына тағы ла бер инанырбыҙ.
Кеше үҙ ҡылығынан ояла икән, был холҡон ташларға тырышыр. Был йәһәттән уҡыусыларға "Ояты барҙың намыҫы бар", "Ғәйебеңде таныу — ярты төҙәлеү", "Ғәйебе онотолор — һабағы ҡалыр" кеүек мәҡәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөндөрөп китеү яҡшы булыр. Әммә оялыу менән оялсанлыҡты бутарға ярамай. Мәҫәлән, "Оялсан туйҙан мәхрүм ҡалған" тигән мәҡәл бар. Тимәк, фекереңде, ҡарашыңды, намыҫыңды, мәнфәғәтеңде яҡларға ла тартынаһың икән, бәхеттән мәхрүм ҡалыуың да ихтимал. Әммә был һыҙатты әрһеҙлек, әҙәпһеҙлек менән бутарға ярамай. Улар элек-электән иң насар сифаттар булып иҫәпләнгән. "Әҙәпһеҙгә ҡәберең яҡын булмаһын" тигән әйтем дә бар.
Балаларға үрҙә әйтеп үтелгән кешелек сифаттары хаҡында төрлө һорау биреп, әңгәмә уҙғарыу яҡшы булыр.


Вернуться назад