Туйҙың күрке – уйын да көлкө06.12.2013
Туйҙың күрке – уйын да көлкө1. Ауылдарҙа һаҡлыҡҡа иген йыйып һалыу өсөн хеҙмәт иткән ҙур келәт. 2. «Баланы үбеү – рәхмәт, ҡатынды үбеү – (…)». 3. Өйләнешеүҙе шәриғәт менән нығытыу йолаһы. 4. «Үҙ елкәмде белмәйем, (…)мдеке ҡап-ҡара». 5. Ҡаҙыны өлөшләп бүлеү берәмеге. 6. Өйләнмәй йөрөгән егетте сағыштырып әйткән йәш айғыр малы. 7. Сөсө ҡамыр эсенә ҡыҙыл эремсек, дөгө ярмаһы, ит, кишер һ.б. һалып бешерелгән бәлеш. 8. Йәш тол ҡатын. 9. Ҡыҙ оҙатҡанда көйләп әйтелгән шиғри һүҙ. 10. «Арғымаҡтың билгеһе – ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр, яман егет билгеһе – (…) алмаҫ, мал йыйыр». 11. Шәриғәт буйынса ирҙәрҙең ҡатын айырыуы. 12. «Атаға ул булмаһаң, (…)ға ҡол булырһың». 13. «(…) ауыҙына ҡоҙа килһә, ҡабам менән орсоғом, кейәүем менән ҡыҙым килһә, һабам менән турһығым». 14. Киленде оҙатҡанда, уның өсөн болашыу йолаһы бар. 15. «(…) диңгеҙ кистерер, илтеп ярҙан осорор». 16. «Уңған ҡатын арыш онон (…) итер». 17. Сәй эскәндә нимә яңғырталар? 18. «(…) алһаң, үҙеңдән юғарынан ал, ҡыҙ бирһәң, үҙеңдән түбәнгә бир». 19. «Ҡот сабыу» бәйгеһендә ул артына ҡарамай, баш аша сәк-сәк, тәңкә, кәнфит, йыуаса һибә. 20. Ҡатын-ҡыҙ еләненең суҡлы уҡаһы. 21. Маянһылыу ҡәберендәге алмағас емештәре ошо ҡошҡа әүерелә. 22. «Яҡшы атҡа ҡамсы кәрәкмәй, уңған (…)ға яусы кәрәкмәй». 23. “Дәртһеҙ егет – (…) ташы”. 24. Никахлашыу уңайы менән ойошторолған мәжлес. 25. Туйҙағы игәт йәки таянсыҡ. 26. «Атайым йорто һаламдыр – һарай булып күренә, ҡайным йорто ҡабыҡтыр – (…) булып күренә». 27. Егет яғынан ҡыҙ өсөн бирелгән мал. 28. Еҙнәнең балдыҙҙарына бирә торған бүләктәренең хуш еҫлеһе. 29. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда кейәү менән киленде ҡуштырыу урыны. 30. Әйттерелгән ҡыҙ. «31. Туй (…)ы йыуғанда ҡулыбыҙ өшөнө, ҡулыбыҙҙы йылытып ебәрегеҙ», тип килендәр ҡоҙағыйҙарға һырыша. 32. «Татлы (…) таш ярыр». 33. Фарсы башҡорто. 34. Япон батыры. 35. Ҡыҙҙы кейәү йортона оҙата барған кеше. 36. Ҡунаҡты ҡаршы алғанда тоҙҙоң «әшнәһе». 37. Майға баҫҡан ҡамырҙан ишеп, бормалап яһалған күмәс. 38. Муйыны булһа, табыла торған нәмә. 39. Холҡо ирҙәрсәрәк булған ҡатын-ҡыҙ. 40. «Өҫтәл аҡсаһы». 41. Төп хужаларҙан буш өйҙә йыйыла торған йәштәр кисәһе. 42. «Ағай-эненең тартышы – туй (…)е йыртышы». 43. Көрәгә асыу ҡорона был егеттәрҙе ултыртмайҙар. 44. Туйға инселәгән һарыҡты һәйбәт тәрбиәләйҙәр: тарайҙар, муйынына суҡлы муйынсаҡ бәйләйҙәр, өҫтөнә (…) бәйләйҙәр. 45. «Сәйле» ҡош. 46. Килендең ҡайны-ҡәйнәһе менән тәүге осрашыу йолаһы. 47. Тик ҡаймаҡта ғына туғып бешерелгән боламыҡ. 48. Соландағы бәләкәй бүлмә.

Яуаптар: 1. Мөгәзәй. 2. Шәһүәт. 3. Никах. 4. Ҡәйнә. 5. Киртем. 6. Һәүерек. 7. Гөбәҙиә. 8. Кәнизәк. 9. Һамаҡ. 10. Ҡатын. 11. Талаҡ. 12. Ҡайны. 13. Ҡапҡа. 14. Таҡыя. 15. Димсе. 16. Кәбаб. 17. Самауыр. 18. Килен. 19. Ҡоҙағый. 20. Яурынса. 21. Аҡҡош. 22. Ҡыҙ. 23. Мунса. 24. Туй. 25. Мал. 26. Тамуҡ. 27. Ҡалым. 28. Һабын. 29.Келәт. 30. Кәләш. 31. Ҡарын. 32. Тел. 33. Истәк. 34. Самурай. 35. Арсый. 36. Икмәк. 37. Кәкүркә. 38. Ҡамыт. 39. Ирҙәүкә. 40. Мәһәр. 41. Аулаҡ. 42. Бүләк. 43. Буйҙаҡ. 44. Яулыҡ. 45. Кәкүк. 46. Күрнәк. 47. Саламат. 48. Кәзәнкә.


Вернуться назад