Есемеңде асыр исемең06.12.2013
Малайҙар өсөн
Насир ғәр. — ярҙамсы, яҡлаусы
Насих // Нәсих ғәр. — кәңәшсе, дуҫ
Насретдин ғәр. — насир+дин; дингә ярҙам, ҡеүәт
Насыр ғәр. — ярҙам
Насыръян ғәр., фарс. — насыр+ян; ярҙамсы
Науруз // Наурыз фарс. — 1. яңы йыл; 2. яҙ; фарсы Ҡояш календары буйынса яңы йыл 21 мартта башланған
Наурузбай фарс., баш. — яңы йылда, яҙҙа тыуған
Нафиҡ ғәр. — файҙа килтереүсе; табыш; игелек
Ниғмәт ғәр. — байлыҡ, мөлкәт; бәхет
Ниғмәтйән ғәр., фарс. — ниғмәт+йән
Ниғмәтулла ғәр., фарс. — ниғмәт+улла (Аллаһ)
Низам ғәр. — тәртип, ҡағиҙә
Низаметдин ғәр. — низам+дин
Низуан ғәр. — дәрт, көс
Ниәтбай ғәр., баш. — ниәт, теләк; көтөп, теләп алынған бала
Ниәтша ғәр., фарс. — ниәт+шаһ; ниәт итеп, көтөп алынған
Нияз фарс. — бүләк; үтенес; өмөт
Ниязбай фарс., баш. — нияз+бай
Ниязғол фарс., баш. — нияз (бүләк)+ҡол; бүләк булған бала
Ноғай // Нуғай // Нуҡай — 1. төрки халыҡтарында ырыу һәм халыҡ атамаһы. Бындай төшөнсәнең кеше исеменә әүерелеүе — телдә күп осраған күренеш; 2. монг. — эт (Нағаев, Нуғаев тигән фамилияларҙа, ер-һыу атамаларында һаҡланған)
Ноғайбәк монг., төрк. — ноғай+бәк (Баҡалы районында ауыл исеме бар)
Ноғман ғәр. — 1. ғәрәп исеме "Нуман"дан; 2. ҡан; 3. сәскә төрө
Носрат ғәр. — ярҙам; еңеү
Носратулла ғәр. — Аллаһ ярҙамы
Нотфулла ғәр. — изгелекле; Аллаһтың һөйөклөһө (ҡара: Лотфулла)
Нур ғәр. — яҡтылыҡ, нур
Нурбүләк ғәр., баш. — нур+бүләк
Нурғаян ғәр. — нур+ғаян (күренекле)
Нургиз неол., ғәр., фарс. — нур гиҙеүсе
Нурғәзи ғәр. — нур+ғәзи (еңеүсе, көрәшеүсе)
Нурғәли // Нурғәле ғәр. — нур+ғәли; бөйөк нур
Нурдәүләт ғәр. — нур+дәүләт; дәүләт нуры; нурлы
Нурсыуаҡ ғәр., баш. — нур+сыуаҡ; яҡты нур тыуҙы
Нуретдин ғәр. — дин нуры
Нурйән ғәр., фарс. — нурлы йән, нурлы бала
Нурилхаҡ ғәр. — Хаҡ Тәғәлә, Аллаһ нуры
Нуриман — 1. ғәр. — иман нуры; 2. фарс. — ғәйрәтле
Нурис ғәр. — "Нурислам"дан ҡыҫҡартылған
Нурислам ғәр. — Ислам нуры
Нурихан ғәр., баш. — нурлы хан
Нуриәхмәт ғәр. — нур+әхмәт; бөйөклөк нуры
Нурлыбай ғәр., баш. — нурлы+бай; нурлы бала
Нурлығаян ғәр. — нурлы+ғаян; күренекле, атаҡлы
Нурмөхәмәт // Нурмөхәммәт ғәр. — нур+мөхәмәт; Мөхәммәт нуры
Нурсолтан ғәр. — нур+солтан; иң шәп батша, хаким
Нурсәлим ғәр. — нур+сәлим
Нурулла ғәр. — Аллаһ нуры, яҡтыһы
Нурфәиз // Нурфәйез ғәр. — нур+фәиз (киң күңелле, йомарт)
Нурый ғәр. — нурлы
Нурәхмәт ғәр. — бөйөклөк яҡтыһы, нуры
Нух ғәр. — йыуаныс, ял, тыныслыҡ (пәйғәмбәр исеменән)
Нәби ғәр. — Тәңре кешеһе; пәйғәмбәр
Нәбиб ғәр. — белемле, аҡыллы
Нәбир фарс. — баланың балаһы, ейән
Нәбиулла ғәр. — Аллаһ кешеһе
Нәғим ғәр. — муллыҡ; именлек; бәхет
Нәғимйән ғәр., фарс. — муллыҡ, байлыҡ; бәхет
Нәдир ғәр. — бик һирәк осрай торған
Нәҙер ғәр. — вәғәҙә, нәҙер
Нәҙерша ғәр., фарс. — вәғәҙәле, нәҙер бирелгән
Нәжибәк ғәр., баш. — нәжип (аҫыл)+бәк (ныҡ); шәп кеше
Нәжип ғәр. — аҡһөйәк, аҫыл зат; аҡыллы, һәләтле
Нәжметдин ғәр. — нәжми+дин; дин йондоҙо
Нәжми ғәр. — йондоҙ, йондоҙ кеүек
Нәжәр ғәр. — балта оҫтаһы; оҫта
Нәзир ғәр. — үрнәк, өлгө; бик матур; алдан күреүсе
Нәзиф ғәр. — саф, пак
Нәзих ғәр. — дуҫ, кәңәшсе
Нәҡи ғәр. — саф, таҙа, пак
Нәҡип ғәр. — һайланған, хөрмәт ителгән; башлыҡ
Нәсим ғәр. — йомшаҡ ел
Нәфис ғәр. — матур, гүзәл
Нәфҡәт неол. — "Рәфҡәт"кә оҡшатып яһалған
Оморҙаҡ ғәр., баш. — ғүмер+оҙаҡ; балаға оҙон ғүмер теләп ҡушылған исем
Өлфәт ғәр. — дуҫлыҡ, мөхәббәт
Өмөтбай фарс., баш. — өмөт итеп, көтөп алынған бала
Өмөтҡол фарс., баш. — өмөт+ҡол; өмөт итеп көтөлгән
Өмөтҡужа фарс. — өмөт+ҡужа; өмөт итеп, көтөп алынған бала

Ҡыҙҙар өсөн
Рабиға ғәр. — дүртенсе бала; яҙ көндө тыуған; умырзая
Разида неол. — "Резеда"нан үҙгәртелгән
Разифа // Рәзифә ғәр. — риза булыусы
Разия ғәр. — һөйөклө; көтөп алынған; риза булған
Раилә неол., ғәр. — нигеҙ ҡороусы, һалыусы
Райхан // Райхана ғәр. — рәхәтлек; гөл исеме
Райхангөл ғәр., фарс. — райхан гөлө
Раҡыя // Раҡия // Рәҡиә ғәр. — алдан барыусы; юғары күтәрелеүсе
Рауза ғәр. — гөл баҡсаһы
Раушан // Раушания фарс. — нурлы, яҡты, нур һибеүсе
Рафиға ғәр. — дуҫ, иптәш
Рафилә неол., ғәр. — ҡупшы

(Дауамы бар).


Вернуться назад