Күршеләрҙә ниҙәр бар?06.12.2013
Күстәнәскә — “Хикмәтле күл”

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрының Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә гастроле тамамланды. Улар тамашасылар иғтибарына драматург Марат Багаев пьесаһы буйынса “Хикмәтле күл” комедияһын тәҡдим иткәйне. Ҡурған башҡорттары спектаклде ихлас ҡабул итте, артистарҙың йышыраҡ килеүен һораны.

Әсәләрҙе тәбрикләнеләр

Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылындағы район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған “Ғүмер бүләк иткәндәрҙе данлайбыҙ” байрамы уҙғарылды. Был башланғысты райондағы ҡатын-ҡыҙҙар эше буйынса совет, биләмәләрҙәге ҡатын-ҡыҙ советтары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, башҡорт ҡоролтайы ағзалары тәҡдим итте. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған сарала балаға тәрбиә биреүҙә төп урынды биләгән әсәләрҙе, өләсәйҙәрҙе тәбрикләнеләр.

“Балаларыбыҙ рәхмәтле булыр”

Свердловск өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында Милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарылды. Байрамда ҡатнашыусыларға ҡала хакимиәте башлығы Сергей Носов сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
— Түбәнге Тагил һәр саҡ күп милләтле ҡала булды, төрлө милләт вәкилдәренең ярҙамы менән тарихтың иң ауыр мәлдәрендә тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалды, — тип билдәләне үҙенең сығышында Сергей Носов. Ул шулай уҡ, мәҙәни йолаларҙы быуындан быуынға тапшырыуҙың әһәмиәтен иғтибарға алып: “Балалар туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәткән өсөн һеҙгә рәхмәтле булыр”, — тине.
“Мәҙәниәт йәшәй икән, тимәк, халыҡ та иҫән”, — тине сығышында хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Валерий Суров. Әйткәндәй, Түбәнге Тагилда 127 милләт вәкиле йәшәй, улар ун милли йәмәғәт ойошмаһына берләшкән. Күп конфессиялы йәмғиәттең байрамына әүерелгән милли мәҙәниәттәр фестивалендә теләгән һәр кешегә күршеләренең йолалары, сәнғәте менән танышыу мөмкинлеге булды. Йәштәр һарайы сәхнәһенән немец, урыҫ, башҡорт, йәһүд, азербайжан, әрмән телдәрендәге шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Башҡорт йәмәғәтселеге боронғо көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған этнография күргәҙмәһен ойошторҙо.
Быйылғы фестиваль Әсә көнөнә арналды, шуға милли йәмәғәт ойошмалары ҡалалағы бөтә әсәләр өсөн ҡотлауҙар менән видеооткрыткалар әҙерләгәйне. Йәш ҡатнашыусылар “Әсәйемдең рәсеме” конкурсына эштәрен тәҡдим итте, “Толерантлыҡ келәме”нә изге теләктәрен яҙҙы.
Башҡортостандың Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләрендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллиндың фекеренсә, бындай саралар тормошҡа сағыулыҡ, йәм, шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәп кенә ҡалмай, төрлө милләт кешеләре араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, балаларҙа башҡа конфессияларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү мөмкинлеген дә бирә.


Вернуться назад