Хеҙмәтен баһалағандар06.12.2013
— Шәп кеше!
— Кемде әйтәһең?
— Елена Александрованы!
— Ә-ә-ә, теге “Строй-альянс” төҙөлөш компанияһы етәксеһеме?
— Эйе, тап үҙе! Туҡта-туҡта, үҙе һуңғы ваҡытта күҙгә-башҡа салынмай түгелме һуң?
— Салынмаҫ та шул! Ял итергә ебәргәндәр ти бит!
— Китсәле! Әтеү хеҙмәтен күргәндәр икән!
Өфөлә Елена Александрованы яҡындан белгән, уның “изгелеген”күргән кешеләрҙән ишеттем был хәбәрҙе.
— Ҡасан ғына төҙөлөш ойошмаларын бер итеп, мөйөш һайын тигәндәй, кемгә фатир кәрәк, тип үҙен-үҙе аямай йөрөр ине, – тинеләр.

Бар бит арабыҙҙа шундай шәп кешеләр! Елена шуларҙың береһе булыр. Бөгөн ҡалабыҙҙа фатир мәсьәләһе киҫкен торғаны һәр кемгә мәғлүм. Мохтажы ла, мохтаж түгеле лә фатир тип зыҡ ҡуба. Кемдер үҙ мөйөшөн булдырам тип хыялый була, тапҡан-таянғанын шуға тыға, икенселәренә берәү-икәү генә аҙ. Бик хуп! Мохтаждарҙы индерәһең дә рәхәтләнеп аҡса һуғаһың. Шәп кәсеп!
“Строй-альянс” асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2006 йылда 10 мең һумлыҡ устав капиталы менән барлыҡҡа килә. Йәнә бер нисә коммерция компанияһы, шул иҫәптән “Визит”, “Мухандис” ойошмалары Елена ханымдың исеменә яҙыла.
Эшҡыуар Өфөлә “Джут-СТ”, “Төбәк инвестиция-төҙөлөш компанияһы” (“РИСК”), “ГИЗ” кеүек торлаҡ йорттар төҙөгән ойошмалар менән килешеүгә ҡул ҡуя. “Строй-альянс” уларҙы кирбес, бетон бағаналар менән тәьмин итергә вәғәҙәләһә, компания үҙҙәре төҙөгән биналарҙан, шулай уҡ Гоголь, Яңы күпер урамдарындағы , Октябрь проспектындағы йорттарҙан фатирҙар бирергә тейеш була.
Әммә вәғәҙәһен тиҙ онота Елена. 2006 –2010 йылдарҙа ул 27 кешене мөйөшлө итеүгә имза ҡуя. Уңған ҡатын бер фатирҙы бер нисә, хатта биш кешегә һата. Ә бының өсөн аҡса ойшманың махсус иҫәбенә күсерелмәй, касса аша уның ҡулына төшә.
Эш тип юртып йөрөпмө, бәлки, тағы берәйһен һемәйтеү ниәтенәнме, Елена Александрованың хәтере үтә насарланып китә. “ГИЗ”, “РИСК” компаниялары алдында ла вәғәҙәһен үтәргә ашыҡмай. Өмөттө аҡламаған ойошма менән улар килешеүен өҙә. Был осорҙа уңған ҡатын 88 миллион һум аҡсаны үҙләштерә.
Аҡса тип оятын юғалтҡан ханым суд залында ла үҙен иркен тота. Күҙен дә йоммай:
— Минең саҡ ҡына ла ғәйебем юҡ, – ти.
— Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙың?
— Ҡайҙа булһын, төҙөлөшкә!
— Ә ниңә фатир һатып алыусылар алдында вәғәҙәгеҙҙе үтәмәнегеҙ?
— Өлгөрә алманым.
Тап быйыл теүәл алтын юбилейын билдәләгән ханымға тыуған көнөнә шәп бүләк әҙерләнеләр – Өфө районының Совет районы суды уны һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итте.
— Хеҙмәтен баһалағандар икән, – тип ҡыуанды Елена ханымдың тоҙағына эләгеүселәр.


Вернуться назад