Наркотик ҡоло06.12.2013
Наркотик ҡолоБаш ҡалалағы бер район судында енәйәт эше ҡаралырға тейеш. Коридорҙа процеста ҡатнашасаҡ кешеләрҙең килеүен көтөп торам. Иң беренсе булып адвокат күренде. Артабан конвой менән суд приставы хөкөм ителеүсене килтерҙе. Суд секретары енәйәт эше ҡараласаҡ залдың ишеген асты.

Бөтәбеҙ ҙә залға үтәбеҙ. Тап ошо ваҡытта урамдағы сәғәт телдәре ун икене һанай башланы. Былай ҙа тынғылыҡҡа сумған залды тағы шомлоҡ баҫты, хатта һәр кемдең йөрәк тибеше ишетелгәндәй тойолдо. Артабан хөкөм ителеүсене оҙатып йөрөүсе менән суд приставы егеттең ҡулындағы бығауҙы систе. Адвокат ҡына был тынлыҡты боҙҙо: ҡағыҙҙарын ҡыштырлата башланы. Ул суд процесы алдынан тағы бер тапҡыр енәйәт эше материалдарын ҡарап сыҡты. Суд секретары ла үҙ эше менән мәшғүл ине. Артабан дәүләт вәкиле – прокурор күренде. Күп тә үтмәй, суд секретарының: «Баҫығыҙ, суд килә!» – тигән тауышы ишетелде. Бөтәһе лә судьяны аяғүрә баҫып ҡаршыланы.
Хөкөм ителеүсене күҙәтәм. Төҫкә-башҡа башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай. Тик бына унан аңҡыған дезоморфин еҫе генә күңелде уҡшыта. Унан хатта мәйет еҫе сыҡҡандай тойолдо. Зал ошо наркотик еҫенә күмелде.
Егеткә әле – 28 йәш. Теүәл ун йыл элек ул энәгә «ултырған». Был ваҡытта уның эргәһендә дуҫтары ла күп булғандыр. Тик бына бөгөн процесҡа бер кем дә килмәгәйне. Залда – судья, прокурор, секретарь, конвой, суд приставы һәм мин. Судья эштең Рәсәй Енәйәт кодексының 228-се статьяһы 1-се өлөшө буйынса ҡаралыуы һәм уның шәхес баһаламаһы тураһында әйтте. Тимур (Билдәле сәбәптәр арҡаһында геройҙың исем-шәрифе үҙгәртелде. – А.Н.) – 1985 йылғы, урта махсус белемле, өйләнмәгән, баш ҡалалағы йәмғиәттәрҙең береһендә эшләй, әсәһе менән бергә йәшәй. Әммә уның менән бәйле енәйәт эштәренең баш ҡаланың ниндәй генә судында ҡаралмауын һанауы еңелерәк булыр ине, моғайын. Бер суд ҡарары буйынса шартлы срок үткән. Күптән түгел бер суд йәнә егеткә шартлы срок бирелеү тураһында ҡарар сығарған. Бынан тыш, 2010 йылда түләнергә тейешле штраф әле һаман ҡапланмаған. Әле эске эштәр бүлексәһендә уның эшен тикшереү бара. Ә был енәйәтенә килгәндә, Тимур быйыл август башында Өфөләге Колхоз баҙарында дезоморфин менән тотолған. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә наркотикты үҙе биргән.
Адвокат яҡланыусыһының үҙ ғәйебен таныуы һәм ҡылған ҡылығы өсөн үкенеүе тураһында әйтте. Прокурор егеттән наркологта иҫәптә тороу-тормауы тураһында һораны. Тимур 2003 йылда табипҡа барып теркәлеүе һәм һуңғы ваҡытта күҙәтелмәүе тураһында һөйләне.
Прокурор егеттән: «Ниңә наркологҡа барманығыҙ?» – тип һорағас, «Белмәйем», – тип яуап бирҙе. Ошо ваҡытта адвокат яҡланыусыһының психиатрҙа иҫәптә тормауы хаҡында әйтте. Артабан прокурор енәйәт эше хаҡында һөйләне.
– Ауыр енәйәт ҡылынған. Был хәл беренсе тапҡыр ғына күҙәтелмәй. Хөкөм ителеүсе ғәйебен таный. Әммә ул ошо уҡ көндө полицейскийҙар «күҙәтеүенә» эләгә. Улар, егеттәге шприцта наркотик булмағас, ҡулға алмай, сөнки енәйәт эше асыу өсөн дәлилдәр кәрәк. Эште айырым тәртиптә ҡарау талап ителә. Енәйәттең ҡабатланыуын да оноторға ярамай. Дәлил булараҡ һаҡланған дезоморфинды, суд ҡарары сығарылғас, юҡ итергә, – тине.
Артабан һүҙ адвокатҡа бирелде.
– Яҡланыусы ғәйебен тулыһынса таныны. Ул сирле әсәһе менән йәшәй. Хөрмәтле суд, егеттең шәхесенә иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Ул эшләгән, өйләнмәгән. Наркоманлыҡ – ул сир. Егеткә дауаланырға кәрәк. Йәл. Күршеләренән дә ялыуҙар юҡ. Иркенән мәхрүм итмәһәгеҙ ине, – тине.
Судья хөкөм ителеүсенән: «Нимә әйтергә теләйһегеҙ?» – тип һораны.
– Мин йәшермәйем, тураһын әйтәм. Үҙемде мин наркоман тип иҫәпләйем. Ысынлап та, үкенәм. Ғәйеплемен. Әсәйем дә олоғайған. Төрмәгә эләкһәм, ул мине көтөп ала алмаҫ инде ул, – тине Тимур.
...Судья кәңәшмә бүлмәһенә инеп китте. Зал тағы ҡара тынлыҡҡа сумды. Адвокат яҡланыусынан: «Әсәйегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек?» – тип һораны. «Яҡшы», – тип яуап бирҙе егет. Күпмелер ваҡыт үткәс, залға судья инде. Суд ҡарарын бөтәһе лә баҫып тыңлағанда, Тимурға иғтибар иттем. Нисектер бөршәйеберәк, юғалыбыраҡ ҡалған кеүек тойолдо. Уны өс йыл ярымға иркенән мәхрүм иттеләр.
Хөкөм ҡарарынан һуң конвой менән суд приставы уны залдан алып сығып китте. Коридорҙа уның хәлен белешергә, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға кем дә булһа көтәлер, тип өмөт иткәйнем, әммә бер кем дә күренмәне. Шул ваҡытта судья: «Бындай кешеләр бер кемгә лә кәрәкмәй, суд процестарына килмәйҙәр», – тине. Аҙаҡтан полицияла эшләүсе дуҫым да: «Ошондай наркомандарҙың хатта ата-әсәһе беҙҙән ҡыҙын йәки улын ҡулға алыуҙы һорап үтенә», – тине.
... Тимурға наркотик йоғонтоһона бирелеп, күпмелер ваҡыт ләззәт алыу иркен тормошта рәхәтләнеп йәшәүҙән күпкә ҡәҙерлерәк, ахырыһы. Егет төрмәнән сыҡҡас та наркотик менән мауығыуын дауам итер кеүек тойолдо, сөнки ул хәҙер – ҡол. Наркотиктар ҡоло.

Наркомандың бер көнө

Һәр көн иртән уянғас, яңы доза табыу тураһында уйлана башлайым. Әлбиттә, бының өсөн янымда аҡса булмай. Эргә-тирәләге магазинға инеп, һаҡсылар тотҡан осраҡта ла енәйәт эше асылырлыҡ суммала булмаған берәй әйберҙе сәлдерәм. Артабан уны һатып, аҡсаһына фатирҙа наркотик матдә ҡайнатыр өсөн ингредиенттар һатып алам. Дезоморфиндың әҙерләнгәнен көтөп ала алмайым. Аҙаҡ, энәне ҡаҙағас, хәлем бөтөнләй яҡшыра. Шулай, көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалам. Наркотик көсө бөткәс, «айныҡҡас», үҙемдең дөрөҫ тормош алып бармағанлығымды ныҡлап аңлайым, хатта үҙемә икенсе тормош алып барасағым тураһында һүҙ бирәм. Әммә... иртән уянғас, был вәғәҙәм, наркологҡа барыу кәрәклеге тураһында тағы онотам. Тормошом минең шулай, бер ҡуласа, упҡын кеүек. Ошо фажиғәгә тарыуыма үкенәм, әлбиттә. Әммә һуң... Берүк минең хәлдә ҡала күрмәгеҙ.


Вернуться назад