Енәйәт һәм яза06.12.2013
Әсәйең банкта эшләһен…

Эйе-эйе, әсәйең банкта эшләһен икән ул. Ул саҡта арҡыры ятҡанды буйға күсереп һалмаһаң да, аҡсаһыҙлыҡтан интекмәйһең.

Был ғәжәп хәл Бишбүләк районында була. Зөмәйрә ханым оҙаҡ йылдар банкта кассир-контролер булып эшләй. Үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Шуға ла уны хеҙмәттәштәре лә, етәкселәре лә хөрмәт итә. Әммә ғаиләһендә тотанаҡһыҙ улы ғына әсәһенең тамам тәҡәтен ҡорота.
22 йәшлек егет бер ерҙә лә эшләмәй, ауыҙы араҡы тип шапылдап тора, енәйәт ҡылғаны өсөн бығаса хөкөм ителһә лә, аҡылға ултырмай. Ахырҙа әсәгә улын ҡыуып сығарыуҙан башҡа юл ҡалмай.
Эсергә ҡайҙан аҡса табырға белмәгән егеткә көндәрҙең береһендә башына елле уй килә. Әсәһе банк менән сейф асҡыстарын өйөнә алып ҡайтып йөрөй бит! Уларҙы ҡайҙа һаҡлағанын да яҡшы белә.
Төн етеп, барыһы ла йоҡлағас, ул әсәһе йәшәгән йортҡа килә лә, шым ғына ишекте асып инеп, асҡыстарҙы ҡулына төшөрә. Дуҫтары менән китәләр банкты таларға. Әшнәләре тирә-яҡты ҡарап тора, ә ул сигнализацияны һүндереп, барлыҡ аҡсаны ҡулға төшөрә. Унан асҡыстарҙы йәнә урынына илтеп ҡуя.
Бындай анһат кәсеп егеткә оҡшап ҡала. Бынан һуң йәнә биш тапҡыр килә. Бөтәһе 550 мең һум аҡсаны елгәрә. Әсәһе, бисара, улының ҡырын эшен һиҙһә лә, үҙенә һүҙ тейеүҙән шөрләп, полицияға хәбәр итергә ашыҡмай. Башҡа банктарҙан кредит алып, “бурысын” ҡапларға тырыша. Әммә сабырлыҡтың да сиге була… Сираттағы “эш мәлендә” уларҙы тәртип һаҡсылары ҡулынан эләктерә.
Хәҙер “банкир” аҡсаның сейфтан түгел, ә тир түгеп табылғанын аңлар, моғайын.

Вәт, ҡарауылсы!

Төн. Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Полиция хеҙмәткәрҙәре оло юлдан гөжләтеп килгән “Шкода”ны күреп ҡала.

— Бәй, номеры ла юҡ түгелме?
— Шулай шул!
— Ғәжәп!
Улар машинаны туҡтатып, документын тикшерергә була. Әммә ни ғәләмәт, “шумахер” йәнә шәберәк ҡыуа башлай. Шулай ун минут самаһы ҡала буйлап баҫтырышып йөрөйҙәр. Күҙенә аҡ-ҡара күренмгән шофер светофорҙы бар тип тә белмәй: ҡыҙыл төҫ янып торғанда ла сығып китә, ҡаршы һыҙатҡа ла барып инә. Әллә нисә тапҡыр патруль хеҙмәте автомобилен дә төкөтөп китергә маташа, тротуарҙан елдерә. Ярай әле, бәхеткә күрә, унда йәйәүлеләр булмай. Шулай ҙа ҡасҡын ҡасып ҡотола алмай — тимер ҡоймаға барып бәрелә.
Егеттең бер ниндәй документы ла юҡ икән. Дорфа ҡылана. Һорауҙарға арҡыс-торҡос яуап бирә. Баҡһаң, автосалонда ҡарауылсы булып эшләгән егет өр-яңы машинаға күҙе ҡыҙып торған да ултырып сығып киткән. Етмәһә, медицина тикшереүе үтеүҙән дә баш тарта…
Вәт, ҡарауылсы! Кәзәне кәбеҫтә баҡсаһына һаҡсы итеп ҡуйған кеүек була инде был. Әкәмәт! Әммә барыбер ғәҙел язанан ҡотола алмай.

Ялғандың бото ҡыҫҡа

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 24 йәшлек Эдуард Ғәлиев сауҙа үҙәктәренә иҫерткес эсемлектәр ташый.

Көндәрҙең береһендә ул урындағы магазинға 238 мең һумлыҡ шарап алып килә, әммә тауар өсөн бирелгән аҡсаны хужаһына кире ҡайтарып бирергә ашыҡмай. “Әҙерәген тотонормон да эш хаҡынан өҫтәп бирермен әле”, — тип уйлай.
Тик был тиклем күп аҡсанан егеттең башы әйләнеп китә, күрәһең. Уны аҙ-аҙлап тотоноп бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Етәксеһенең аҡсаны һорауына яуабын да таба.
— Әҙерәк көтөп торорға ҡуштылар.
Вәғәҙә бирелгән ваҡыт үтә, ә аҡса юҡ та юҡ. Эдуардтың йәнә яуабы әҙер:
— Үҙем дә аптырайым, был тиклем дә һүҙендә тормаҫ кеше булыр икән.
Аҡсаны ана бирә, бына бирә тип көтә торғас, бер йылға ҡәҙәр ваҡыт үтә. Аптырағас, фирма етәксеһе үҙе магазинға юллана. Һатыусы:
— Көнөндә үк бирҙем. Ышанмаһағыҙ, бына, — тип накладнойын күрһәткәс, тегеһе шаҡ ҡата.
Ялғандың бото ҡыҫҡа, тип белмәй әйтмәгән халыҡ.
гостиницы уфы


Вернуться назад