Өшөмәҫбеҙме?06.12.2013
Өфөнөң Ҡулса урамында йылылыҡ трассаһы тишелгән, шул сәбәпле яҡын-тирәләге йорттарҙа туңалар. Октябрь проспектында һыу үткәргестең ярылыуы һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу йортта, социаль биналарҙа ваҡытлыса һыу булмаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыш көндәрендә ошондай өҙөклөктәр тураһында йыш ишетергә тура килә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һаман да беҙҙе иң ныҡ борсоған проблемаларҙың береһе булып ҡала. Йыш ҡына яуаплы ойошмаларҙың, етәкселәрҙең, ҡыш беҙҙе ҡурҡытмай, тулыһынса әҙерләндек, тигәнерәк отчетын ишетергә тура килһә лә, уҫал миҙгел башланыу менән уның ысынбарлыҡҡа тап килеүенә шик тыуа.
Бөгөн республикала коммуналь селтәрҙәрҙең ныҡ иҫкереүе бер кемгә лә сер түгел. Бер урында тапаныу, йылдар буйы инженер коммуникациялары төҙөлөшөндә, объекттарҙа иҫкергән технологияларҙы ҡулланыу – былар барыһы ла хәлде киҫкенләштерә. Мәғлүмәттәр буйынса, республикала һыу селтәрҙәренең – 60, канализацияның – 25, йылылыҡ селтәрҙәренең 11 проценты иҫкергән. Һөҙөмтәлә бихисап юғалтыуға, аҡсаны сарыф итеүгә юл ҡуйыла, түләүҙәрҙең хаҡы арта. Башҡортостан халҡының шаҡтай ҙур өлөшө таҙа һыу файҙаланыуҙан, үҙәкләштерелгән һыу ҡулланыуҙан мәхрүм.
Йәнә һалҡындар башланды. Өшөмәҫбеҙме, торбалар шартламаҫмы?