Йөрәк ҡушыуы буйынса06.12.2013
Бала күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек, тормошондағы бөтә ваҡиғалар унда яҙылып бара. Шуға төрлө сирҙән яфа сиккән кескәйҙәргә күрһәтелгән мәрхәмәтлек тә онотолмай. 5 декабрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһындағы «Классика һәм джаз» тигән концерт алдынан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ойошторолған матбуғат кәңәшмәһендә ошо турала һүҙ барҙы.
Ҙур театр «йондоҙ»ҙары Алина Яровая (сопрано), Василий Ладюк (баритон), Петр Дмитриев (фортепиано) һәм джаз музыкаһы оҫталары – «Acapella ExpreSSS» һәм Олег Кирәев (саксофон) ҡатнашлығындағы концертҡа билеттар тиҙ арала һатылған. Бынан тыш, аукцион ойошторолған, унда йыйылған аҡсаға ҡаты сирҙәрҙән яфа сиккән ҡыҙ һәм малайҙарға ярҙам күрһәтеләсәк. Тәү сиратта өс баланы илдәге һәм донъялағы иң яҡшы дауаханаларҙа һауыҡтырыу күҙаллана.
– Изгелекте кемдәндер бойороп эшләтеп булмай. Уны йөрәк ҡушыуы буйынса ғына атҡарырға мөмкин, – тине «Мәрхәмәт» хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Гөлшат Хәмитова.
Ун ике йәшлек Артем Сәйетов тубероз склерозынан яфалана. Уға Америкала медицина тикшереүе үтеү өсөн 300 мең һум аҡса кәрәк. Бер йәшлек Мәҙинә Солтановаға Екатеринбургтағы «Бонуль» үҙәгендә операция эшләтеү өсөн 60 мең һум аҡса талап ителә. Дүрт йәшлек Амалия Сәләхетдиноваға 70 мең һумлыҡ ике ишетеү аппараты һатып алынасаҡ. Бәләкәстәр тиҙҙән дауаланыу бәхетенә өлгәшәсәк. Әлеге кеүек концерттар үткәреүҙән килгән аҡсаға, телгә алынғандарынан тыш, бөтәһе ҡырҡҡа яҡын балаға ярҙам күрһәтелгән дә инде.