Ышаныслы күпер булһын06.12.2013
Мәғлүм булыуынса, быйыл республиканың Мәғариф министрлығында Йәмәғәт советы ойошторолдо. Дәүләт сәйәсәтенең белем биреү мәсьәләләре буйынса төп йүнәлештәрен билдәләүгә йәмәғәт вәкилдәрен, ата-әсәне йәлеп итеү, Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатындағы яңы алым — ведомствоның асыҡ эшмәкәрлегенә дәлил.
Күптән түгел барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, Йәмәғәт советы педагогтар, ата-әсә мәнфәғәтендә байтаҡ хеҙмәт күрһәтеп өлгөрҙө. Республика райондары хакимиәттәрендә бүлексәләре эшләй башлауы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Советтың ошо көндәрҙә уҙғарылған ултырышында тормошҡа ашырылған уңышлы башланғыстар барланды, алға маҡсаттар билдәләнде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың фекеренсә, яңы ойошма власть менән халыҡты бәйләгән, мәғариф тармағының дөрөҫ үҫешен тәьмин иткән майҙансыҡҡа, ике арала ышаныслы күпергә әйләнергә тейеш. Шуға күрә ҡайһы бер райондарҙа бындай советтарҙы хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, мәғариф идаралығы етәкселәре алып барыуы дөрөҫ түгел, эшкә ябай халыҡ вәкилдәрен йәлеп итергә кәрәк.