Уның юлы – иң тураһы06.12.2013
Уның юлы – иң тураһыБаймаҡ урман сәнәғәтселәре союзының төҙөлөүе тураһында матбуғатта күп яҙылды. Уның ыңғай яҡтары бихисап. Беренсенән, төбәктең иҡтисадын үҫтереү йәһәтенән әһәмиәте ҙур, икенсенән, халыҡҡа күпләп эш урындары булдырыла. Иң мөһиме – республикабыҙҙың бүтән райондарында тәбиғәт ресурстары сит кешеләргә оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға тапшырылһа, баймаҡтар урмандарына үҙҙәре хужа. Тырыш егеттәр араһында ҡайнаған “Рәжәпов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Булат Рәжәпов, ағас эшкәртеүҙән тыш, юл һалыуҙы ла уңышлы ғәмәлгә ашыра.

Халыҡ телендә “Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер” тигән мәҡәл бар. Кемдер өр-яңы машина һатып алып кинәнгәндә, Булат Рәжәп улы бүтән юлды һайлаған. Ярат ауылы тирәһендәге юлдарҙың насар торошо күптән йәлеп иткән уның иғтибарын. Хәйер, кешеләрҙең дә быға йыш зарланыуын ишетеп йөрөгән. Ә ниңә ошо мәсьәләне хәл итмәҫкә!?
Башта күпме сығым талап ителгәнен иҫәпләй ҙә, сығара ла, туп-тура Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Динислам Арыҫлановҡа инеп, был маҡсатҡа хәҙерҙән үк кеҫәһенән етерлек аҡса бирә алыуын әйтә. “Һеҙ техника менән генә ярҙам итегеҙ, бүтәнен үҙем хәстәрләрмен...” – тип ярып һалмаһынмы! Күп тә үтмәй, идаралыҡтың инженеры Рәйес Сәмиғулла улы Рәхимов менән эшкә тотоналар. Шулай итеп, ни бары ике көн эсендә Булат Рәжәпов үҙ иҫәбенә 12 саҡрымға һуҙылған Ғәҙелбай — Йәрмөхәмәт юлына ҡырсынташ түшәтә.
– Был бигерәк тә быйылғы ямғырлы йылда һәйбәт булды, – ти тәүәккәл егет. – Элек, колхоздар гөрләп торған саҡта, ошо араға юл һалынған булған, ләкин ул бер ҡасан да ремонтланмаған. Юл тип әйтерлек тә түгел инде – хатта йәйәүле лә үтә алмаҫлыҡ хәлгә тороп ҡалғайны.
Быға хәтлем йәрмөхәмәттәр, ирекһеҙҙән Ярат һәм Ғүмәр ауылдары аша урауҙан йөрөп, Баймаҡ ҡалаһына барыу, I Этҡол участка дауаханаһына эләгеү, Өфө трассаһына сығыу йәһәтенән күп ыҙа сикте. Барыһы ла тура юлдан рәхәтләнеп йөрөй бөгөн. Ғәҙелбай зыяратын тәртипкә килтереүҙе лә хәстәрләгән Булат Рәжәпов.
– Ағасты үҙебеҙ эшкәртәбеҙ, ситтә эшләгән яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайтты. Хәлдән килгәндә ниңә юлды ла ҡарамаҫҡа, – тип ҡәнәғәт йылмая эшҡыуар.


Вернуться назад