“Бергәләп байығырға ынтылайыҡ!”06.12.2013
“Бергәләп байығырға ынтылайыҡ!”Газ яғып эшләгән бәләкәй ҡаҙанлыҡ, заманса йылытҡыс радиатор, полипропилен йәки метапол торба, сантехника әйберҙәре эҙләү шәхси йорт һалыусыларҙың күбеһен йөҙәтеп өлгөргәндер инде. Бер яҡтан ҡарағанда, хәҙерге ҡорамал һәм материалдар матур, ышаныслы, эште лә күпкә еңеләйтә, тик, икенсе йәһәттән уйлаһаң, уларҙы табып, һайлап алыуы — үҙе бер мәшәҡәт. Йыш ҡына ҡаҙанлыҡты бер урында һаталар, ә торбаны бүтән ерҙән йүнләргә тура килә, хаҡтары ла һәр магазинда төрлөсә. Ә бына Мәләүез халҡы был тәңгәлдә икеләнеп тормай, сөнки ҡалала йылытыу һәм сантехника ҡорамалдарының иң осһоҙо, иң сифатлыһы “Родник” сауҙа йортонда икәнлеген барыһы ла белә. Унда барһаң, башҡа магазиндарҙан эҙләнеп йөрөүгә ихтыяж ҡалмай.
Яңыраҡ ошо сауҙа йортоноң директоры Ильяс Бәширов менән күрешеп, танышып, бер нисә һорауға яуап алыу форсаты тейҙе.

— Ильяс Хөрмәт улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
— Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуғанмын. Ете йәшем тулғанда ғаиләбеҙ Мәләүезгә күсте, шунлыҡтан мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр ҡалала аяҡ баҫтым. Хәҙер инде мине ҡала кешеһе, Мәләүез эшҡыуары тип беләләр. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, райондың ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләнем: экспедитор, магазин бүлеге мөдире, сауҙа предприятиеһының директор урынбаҫары булдым. Бер үк мәлдә Башҡортостан кооператив техникумында ситтән тороп уҡыным, ҡатыным Ризида менән шунда танышып, өйләнештек. Өфө районының Николаевка ауылы ҡыҙы ул. Икебеҙ ҙә сауҙа өлкәһе белгестәре булғас, бер-беребеҙҙе яҡшы аңлап, ғаиләлә ныҡлы терәк тойоп йәшәйбеҙ, Зилә һәм Ратмир исемле балалар үҫтерҙек...
— Махсус белемегеҙ ҙә, тәжрибәгеҙ ҙә булғас, бизнес башлауы ҡыйынға тура килмәгәндер?
— Магазинды 1994 йылда уҡ асҡайныҡ, унда ҡатыным аҙыҡ-түлек менән сауҙа итте. Мин иһә 1989 — 2002 йылдарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләнем, шул осорҙа ситтән тороп Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбен тамамлағас, карьера баҫҡысынан үрләп, яза башҡарыу хеҙмәтенең уҡытыу үҙәге етәксеһе урынбаҫары вазифаһынан майор дәрәжәһендә пенсияға сыҡтым. Был минең өсөн, моғайын, етәкселек тәжрибәһе, хоҡуҡи белем туплау йылдары булғандыр. Ул саҡта эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүе лә еңелерәк ине.
2001 йылда уҡ, өй һалып йөрөгәндә, йылытыу ҡорамалдарына һәм сантехника әйберҙәренә ихтыяждың ҙур булыуына иғтибар иттем. Торба үткәргән кеше мине йә бер, йә икенсе магазинға йүгертә, шулай көн уҙа, хәл бөтә. “Алла бирһә, үҙем магазин асып, бөтөн кәрәк-яраҡты бер урында һатасаҡмын”, — тип маҡсат ҡуйҙым. Бер йылдан, пенсияға сыҡҡас, Ризида миңә сауҙа йортон ышанып тапшырҙы. Әмәлен көткәндәй, тоттоҡ та “Родник”ты сантехника һәм йылытыу ҡорамалдары магазинына әйләндерҙек.
— Шунда уҡ мандып китә алдығыҙмы?
— Хәҙер бит шәхси йорт төҙөүселәр күп, фатирҙағы йылытыу ҡорамалдарын замансаға алмаштырыу ҙа модаға инде. Беҙгә төрлө яҡтан киләләр: Күмертау, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка... Халыҡтың ышанысын аҡларға, яҡташтарымды сифатлы һәм арзан тауар менән ихлас ҡыуандырырға, Мәләүездең исеменә тап төшөрмәҫкә тырышам. Тәүге осорҙа Өфөләге эшҡыуарҙар ҙа материалды минән ала ине, аҙаҡ ҡыҙым Зилә, баш ҡалала ошондай уҡ магазин асып, ундағы клиенттарҙы үҙенә ылыҡтырҙы.
2010 йылда Италияның “BAXI” маркалы газ ҡаҙанлыҡтарын һатыу буйынса ҙур уңышҡа өлгәшкәнем өсөн мине шул компанияның Санкт-Петербургтағы дилеры Верона, Венеция ҡалаларына путевка менән бүләкләгәйне. Ҡасандыр эмалләнгән һауыттар етештереүҙән эш башлаған “BAXI” фирмаһының хәҙерге ҡеүәтле заводтарын күреп һоҡландым, ғорурланып та ҡуйҙым: уның һуңғы йылдарҙағы уңыштарында минең дә өлөшөм бар бит!
— Сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы?
— Әлбиттә! Швейцарияла, Чехияла булыу оҡшаны. Яңыраҡ Германияла ла йөрөп ҡайттыҡ. Барыһын да өйрәнәм, һығымта яһайым. Беҙҙең халыҡ барыбер һәйбәтерәк: берҙәмбеҙ, йомартбыҙ, ихласбыҙ. Сәфәрҙән ҡайтҡан һайын балаларыма юрый маҡтанып һөйләйем — улар ҙа етеш йәшәргә, илдәр гиҙергә тырышһын, тим.
— Уңышлы сауҙа иткән эшҡыуарҙың балаларын сит илгә путевка менән аптыратып булмайҙыр инде...
— Бер ваҡытта ла уларҙы иркәләтмәнем, балыҡ кәрәккәндә гел ҡулдарына ҡармаҡ тотторҙом. Ҡыҙым БДУ-ла уҡып сығып, бер министрлыҡҡа бухгалтер булып урынлашҡайны, кейәүем банкта елле генә хаҡҡа эшләп йөрөй ине, ҡапыл бизнесҡа тотонорға йөрьәт иттеләр. Моғайын, үҙ кәсебең яҡшыраҡ икәнен аңлар өсөн башҡаларға ялланып ҡарау мөһимдер. Тәүҙә ярҙамлаштым, әммә аҙаҡ улар миңә бурысын тулыһынса ҡайтарҙы. Улымды иһә армияға үҙем йүнләп ебәрҙем, бүтәндәр балаларын аҡса түләп алып ҡалырға тырышһа ла. Ратмир лайыҡлы хеҙмәт итеп, ысын егет булып ҡайтты, бының өсөн атаһына рәхмәт әйтергә лә онотманы. Күп тә үтмәй, эшҡыуарлыҡҡа тотондо. Балаларға фатир алып бирештем, ә аҙаҡ хатта ағас ултырғыс та бүләк итмәнем: үҙ иҫәбенә йәшәһендәр, һатып алынған һәр әйберенә ихлас ҡыуанһындар. Әле күңелдә балаларымдың үҙаллы булыуы, минең елкәлә йәшәмәүе өсөн ғорурлыҡ тойғоһо барлығын йәшермәйем. Кейәүем Роман менән киленем Рита ла — һөнәрле, ихтыярлы кешеләр.
— Йүнселдәргә бизнесын башлап алып китергә ярҙамлашаһығыҙ, тиҙәр. Нисегерәк?
— Кеше һөйләр инде ул! (Көлә). Магазинда эшләп йөрөгән бер нисә егетте, булдыҡлы булыуын күреп, шәхси кәсеп асырға күндергәйнем. Бөтә нәмәгә өйрәттем, тәүҙә бурысҡа тауар ҙа биреп торҙом. Мораҡта, Яңы Морапталда уңышлы эшләп йөрөгәндәре бар хәҙер. Минән йыраҡ китмәнеләр: “Родник”тан тауар алалар.
— Хәйриә саралары менән йыш шөғөлләнәһегеҙ икән. Быға ниҙәр этәрә?
— Эйе, иман йорттарына, белем һәм тәрбиә ойошмаларына хәлдән килгәнсә ярҙам итәм. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай ул. Электән “башҡалар менән бергә байығырға” тигән маҡсатым бар. Шулай ҙа йәштәрҙе гел иҫкәртеп торам: “Һаҡ булығыҙ, байлыҡтың арабыҙҙы боҙоуы, беҙҙе айырыуы ихтимал!” Аҡсаны башҡанан өҫтөн күрергә ярамай. Бүренең үлеме — тешендә тигән хәҡиҡәтте тәрәндән аңлайым: йыртҡыс аҙау тештәре төшкәнсе генә имен тереклек итә алһа, байлыҡҡа ныҡ өйрәнгән кеше лә фәҡирлеккә сыҙамаясаҡ.
Кеше, ғөмүмән, үҙ артынан ниндәй ҙә булһа яҡты эҙ ҡалдырырға тейеш. Атайым инженер-төҙөүсе ине, төбәктә ул һалдырған объекттарҙы күргән, иҫләгән һайын әле лә минең күңелдә илһөйәрлек хистәре дөрләй башлай. Балаларымды ла ысын патриот тип атай алам. Бер-береңде яратыу, ихтирам итеү, ғорурланыу, хәстәрлек күреү — бына ошо тойғолар аша тыуа ватансылыҡ. Ватансылар ни тиклем күберәк булһа, илебеҙ ҙә шул тиклем көслөрәк, бөйөгөрәк.
Шулай уҡ, юрист булараҡ, һәр саҡ законлылыҡ яғындамын. Дәүләт йәмғиәттә ғәҙеллек нығынған саҡта ғына ыңғай үҫешә. Мин йыш ҡына үҙ клиенттарымдың хоҡуҡтарын яҡлап етештереүсе фирмалар менән дәғүәләшәм, барыһына ла ил Конституцияһындағы “граждан, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары — иң юғары ҡиммәттәр” тигән юлдарҙы иҫтән сығармаҫҡа кәңәш бирәм. Магазин хеҙмәткәрҙәрен дә артыҡ йонсотмайым, улар аныҡ графикка ярашлы эшләй, аҡсаны һис бер тотҡарлыҡһыҙ ала.
— Яңыраҡ ҡына матур юбилейығыҙҙы билдәләгәнһегеҙ икән. Ҡотлайбыҙ! Һеҙ бәхетлеме?
— Рәхмәт! Кешеләргә ярҙам итерлек, төбәк иҡтисадын һәм социаль өлкәне, шулай уҡ демократияны үҫтереүгә ярайһы уҡ тос өлөш индерерлек мөмкинлегем булыуы менән бәхетле тип һанайым бөгөн үҙемде.


Вернуться назад