Ағинәйҙәр әйтә мөнәжәт06.12.2013
Ағинәйҙәр әйтә мөнәжәтБашҡорт халыҡ ижады китабына күҙ һалғанда, мөнәжәт тәбиғәте, йәшәү формаһы менән бәйеткә яҡын тора. Ул күбеһенсә дини темаларҙы сағылдырған һәм мотлаҡ рәүештә көйләп башҡарыла торған булған.

Күптән түгел Сибай ҡалаһының халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Асия Ғәйнуллина тарафынан ойошторолған I Асыҡ ҡала мөнәжәтселәр конкурсы үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: тәүге бәйгелә Сибайҙан ғына түгел, Йылайыр, Учалы, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ яҡтарынан да мөнәжәтселәр көс һынашты. Хатта алыҫ араларҙы яҡын итеп, Орск ҡалаһынан Ырымбур башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә һәм һәүәҫкәр композитор Минзәрә Аҡҡошева ла килеп еткәйне.
Мөнәжәт әйтеүселәр араһында иң олоһо Йылайыр районынан 83 йәшлек Сәрүәр Насирова булды. Ул халыҡҡа Ғәлимә Әхмәтованың мөнәжәтен еткерҙе. Учалы районы вәкилдәре араһында ир-аттың күп булыуы һөйөндөрһә, Хәйбулла районы бәйгеселәре һәйбәт әҙерлекле килеүе менән тамашасыны хайран итте. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр ойошторолған бәйге бар яҡтан уйланылып, ағинәйҙәр араһында мөнәжәттең киң тарала барыуын, уны йәш быуын араһында тәрбиә-әхлаҡ маҡсатында ҡулланыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, матур бер кисә итеп үткәрелде. Бәйгеселәрҙе күңел һалып тыңлап, тамашасы бөгөнгө тормош хаҡында тәрән фәлсәфәгә бирелде. Күңелдәрҙе яҡтыртҡан, нурға ҡойондорған был сара киләсәктә лә дауам итер, яңынан-яңы исемдәр асыр тигән теләктә ҡалды һәр кем.
Бәйге еңеүсеһе исеменә Хәйбулла районынан килгән ижади коллектив лайыҡ булды (етәксеһе – Миңзифа Ишемғолова). Коллективтар араһында беренсе урынды сибайҙар алды, Учалы ҡалаһы мөнәжәтселәре – икенсе, Йылайыр районы командаһы өсөнсө урынды яуланы. Шәхси беренселектә Учалы районынан Сәмиғулла Лоҡманов, Хәйбулла районынан Ғәлиә Ибраһимова еңһә, икенсе урынды – Гөлниса Сәғитова (Сибай) менән Зарифа Юламанова (Йылайыр районы), өсөнсө урынды Тәнзилә Ҡыҙрасова (Хәйбулла) һәм Мәмдүҙә Илбәкова (Сибай) бүлеште. Бәйгелә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла дипломдар тапшырылды.


Вернуться назад