Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?04.12.2013
Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?Илебеҙҙә Яңы йыл каникулы 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарға тура килә, 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы. Был көндәрҙә ял итәбеҙ, тип хәбәр итте республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Киләһе йыл 4 һәм 5 ғинуар шәмбе, йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Хөкүмәтенең “2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, 4 ғинуарҙағы ял көнө — 2 майға, ә 5 ғинуарҙағыһы 13 июнгә күсерелде.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда киләһе йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуары — байрам көндәре. Быйыл 31 декабрҙә эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡара.


Вернуться назад