“Ҙур сумаҙан”дың ҙур еңеүе04.12.2013
Ошо көндәрҙә Екатеринбургта «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһенә йомғаҡ яһанылар. Быйыл Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бер юлы дүрт проекты финалға сыҡты.

Роза Хәбибуллинаның Паралимпия чемпионы Кирилл Михайлов тураһындағы «Спорт легендалары» тигән эше, Гөлназ Ғәлимуллинаның Ләйсән Үтәшева хаҡындағы «Һынмаҫ булғым килмәй» тигән документаль фильмы, «Тамыр» телеканалының «Егорҙың тикшереүе» экологик һәм «Ҙур сумаҙан. Трубадурҙың акустик сәйәхәте» транс-медиа проекттары ҙур уңыш яуланы. Әйткәндәй, һуңғыһы «Тэфи» телевизион премияһына лайыҡ булды. Гөлназ Ғәлимуллинаға махсус бүләк тапшырылды.


Вернуться назад