“Кроношпан” экологик ғифрит түгел04.12.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Өфө” журналында баҫылып сыҡҡан интервьюһында “Кроношпан” тирәләй тыуған ығы-зығыға баһа бирҙе.
“Шау-шыу һәм бәхәс, ғәҙәттә, ҙур көскә эйә. Инвесторҙар объекттарҙы төҙөгәндә төплө уйламайынса эшләп булмаясағын аңланы. Республика биләмәһендә тәбиғәтте һаҡлау һәм төҙөлөш ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуйылмаясаҡ”, — тине Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле инвесторҙар документтарҙы тәртипкә килтерә, һығымталар яһай, шуның менән бәхәс туҡтарға тейеш.
“Ҡала халҡы “Кроношпан”дың экологик ғифрит түгел, ә ғәҙәти, заманса предприятие булыуына инаныр. Ул меңдәрсә кешене яҡшы эш урыны, хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итәсәк. Бынан тыш, урман хужалығында тәртип булдырылыр”, — тигән ышаныста Президент.
Рөстәм Хәмитов, Өфө янында һәм тотош республикала кешеләр өсөн зарарлы һәм хәүефле бер генә производство ла асылмаҫ, бөтә ҡарарҙар ентекле экологик тикшереү үткәс кенә, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителер, тип ышандырҙы. Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһенең фекеренсә, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың барыһы ла үтәлергә тейеш. Был йәһәттән ташламаларға юл ҡуйырға ярамай.