Эсәр һыуға ҡытлыҡ юҡ04.12.2013
Эсәр һыуға ҡытлыҡ юҡХалыҡты таҙа эсәр һыу менән тәьмин итеү ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән Илеш районында бик күп эштәр башҡарыла. Йыл һайын 20-25 километр һыу үткәргес торба һалыу — бында ғәҙәти күренеш. Быйылғы эш күләме лә ҡыуандырырлыҡ. Үрге Йәркәй ауылы халҡын сифатлы һыу менән тәьмин итер өсөн 4,5 километр оҙонлоғонда яңы һыу үткәргес төҙөлөүен телгә алырға мөмкин. Иҫке Күктауҙан килгән һыу бактерицид прибор аша ла үткәреләсәк. Был күләмле эшкә республика һәм федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән.

Районда социаль йәһәттән мөһим һаналған объектты сафҡа индереүҙә “Иш-Тау” йәмғиәтенең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Унан тыш, Йөннө ауылында 1 миллион 800 мең һумлыҡ һыу башняһын һәм 165 метр тәрәнлегендә өс скважина ҡороп ултырттылар. Был сығымды нефтселәр күтәреште. Быйыл һигеҙ ауылда һыу башняһы ҡалҡты.
Ғөмүмән, “Иш-Тау” йәмғиәте ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә. Шәхси йорттарға һыу үткәрһенме, канализация эшләһенме, ҡоҙоҡтарҙы таҙартһынмы, төрлө ҡулсалар етештерһенме... Таҡта ярып-бысыу цехын ойоштороп ебәреү ҙә халыҡты хеҙмәтләндереүҙең отошло бер төрөнә әйләнде.
Иртә яҙ Сөн йылғаһы ташып, ярҙарҙы емерә башлаһа, Илеш менән Ябалаҡлы ауылдары эргәһендәге юлдарға бәлә-ҡаза килерен көт тә тор. Шундай хәл булмаһын өсөн был яуаплы эште райондың абруйлы предприятиеһына ышанып тапшырҙылар. Һөҙөмтәлә ярҙар нығытылды, хәүеф артҡа сигенде.
Коллектив етәксе Хәмит Ғәбит улы Уҙаманов башланғысы менән ҡыйыу рәүештә эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүгә өлгәште. Хәҙер ойошмала заманса “Хитачи” экскаваторы, “КамАЗ” автомашиналары, төрлө тракторҙар етерлек.
Ихтыяж булһа, күрше райондарға сығып эшләргә лә әҙерҙәр. Мәҫәлән, Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында көкөртлө-водородлы ванналарҙы сафҡа индерҙеләр.
Бөгөн ойошмала 20-нән ашыу белгес көс һала. Етәксе иһә БДАУ-ҙа инженер-гидротехник һөнәрен үҙләштергәндән һуң хеҙмәт юлын ошо ойошмала башлаған. Уның менән бергә 30 йыллап тракторсы Илдус Ғилемханов, баш бухгалтер Рая Валькаева, бухгалтер Әлфинә Даянова хеҙмәт итә.
Етәкселекте борсоған мәсьәләләр ҙә етерлек. Бөгөн районда 16 быуа иҫәптә тора. Улар өсөн ауыл хакимиәттәре яуаплы. Яҙғы ташҡын осоронда бәлә-ҡаза була ҡалһа, уларҙың махсус техникаһы ла, белгестәре лә юҡ. Әлбиттә, берҙәм теркәү үтеп, бер ойошманың ҡарамағында булыу, йәки быуаларҙы 10 — 15 йылға ҡуртымға биреү отошлораҡ булыр ине, ти Хәмит Ғәбит улы.
Әйткәндәй, хәҙер заказдар аукциондарҙа бүленә, был ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шул хәлдә лә оҫталыҡтарын, булдыҡлылығын юғалтмай Илеш төҙөүселәре.


Вернуться назад