Сабыйҙар яҡлауһыҙ ҡалмаҫ04.12.2013
Сабыйҙар яҡлауһыҙ ҡалмаҫЕтемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың һаулығын һаҡлауҙа ниндәй үҙгәрештәр бар? "Мәғариф тураһында"ғы яңы закон буйынса етемдәр өсөн ташламаларҙың бөтөрөлөүенә ҡарашығыҙ нисек? Ил Президентының 2012 йылдың май айында донъя күргән “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу тураһында”ғы Указы нисек тормошҡа ашырыла? Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА менән әңгәмәлә тап ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерелә.

— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, етемдәрҙең юғары уҡыу йортона ингәндә ташламаларҙан мәхрүм ителеүе, йомшағыраҡ әйткәндә, йәмәғәтселекте аптырашта ҡалдырҙы. Беҙҙеңсә, етемдәрҙең хоҡуҡтары тупаҫ боҙолдо. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
— Ысынлап та, ошо йылдың 1 сентябренән "Юғары белем һәм вуздан һуң профессиональ белем алыу тураһында"ғы федераль закон көсөн юғалтты. Шулай итеп, етемдәрҙе, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә уҡытыу өсөн конкурстан тыш вуздарға алыу мөмкинлеге юҡҡа сығарылды. Алмашҡа килгән "Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында"ғы законда был норма бөтөнләй ҡаралмаған. Беҙ, "Берҙәм Рәсәй" депутаттары, бындай үҙгәреш менән килешә алмайбыҙ.
— Тимәк, һеҙҙеңсә, етемдәрҙең юғары белем алыуға ташлама биргән хоҡуҡтарын тергеҙеү мотлаҡ инде?
— Һис һүҙһеҙ. Өҫтәүенә балаларҙы юғары уҡыу йорттарында уҡытыуға әҙерләү буйынса эште ойоштороу ҙур әһәмиәткә эйә. Әйткәндәй, әлеге закон етемдәрҙең дәүләт вуздарының әҙерлек бүлексәләренә ҡаҙна иҫәбенә уҡыу өсөн ҡабул ителеүгә хоҡуҡтарын күҙ уңында тота. Ил Президенты ла юғары уҡыу йорттарына ингәндә етемдәргә өҫтәмә гарантиялар биреү мөһимлеген яҡланы.
Оҙаҡламай Дәүләт Думаһында ошондай ҡырҡыу мәсьәләләрҙе үҙ эсенә алған закон проекты тикшереләсәк. Минеңсә, бөтәһе лә ыңғай хәл ителер һымаҡ.
— Ә медицина хеҙмәтләндереүе буйынса яңылыҡтар көтөлмәйме?
— "Етемдәрҙе һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы социаль яҡлау буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында"ғы федераль законға ярашлы, уларға дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа түләүһеҙ медицина ярҙамы, шул иҫәптән юғары технологиялылары ла, диспансерлаштырыу, сәләмәтләндереү, даими медицина күҙәтеүе лә күрһәтелә. Өҫтәүенә улар өсөн, уллыҡҡа алынғандар, опека һәм попечителлеккә бирелгәндәр, патронат ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙе лә индереп, диспансерлаштырыуҙың айырым тәртибе булдырылған. Ошо йылдың июлендә, законға өҫтәлгән нормаға ярашлы, етемдәр федераль ҡаҙна иҫәбенә сит ил клиникаларына дауаланыуға ебәрелә ала. Шулай уҡ улар һауыҡтырыу лагерҙарына, шифаханаларға бушлай юлламалар менән тәьмин ителә, юл хаҡы тулыһынса түләнә.
— Етем балаларҙы медицина хеҙмәтләндереүе өсөн сығымдар федераль бюджетта арттырыласаҡмы? Әллә уны төбәктәр иңенә һалыу ҡаралғанмы?
— Ил халҡына, шул иҫәптән етемдәргә, медицина ярҙамы күрһәтеү Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы башҡарыла. Әле федераль программа раҫланып бөткән, йыл аҙағына тиклем төбәк программалары әҙер буласаҡ. 2013 йыл менән сағыштырғанда, уларға сығым 230 миллиард һумға тип әйтерлек артасаҡ. Был тәңгәлдә яңылыҡ та бар — етемдәрҙе уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе медицина тикшереүен финанслау дәүләт тарафынан гарантиялана. Юғары технологиялы медицина ярҙамы күләмен арттырыуҙың ҡаралыуы ла яҡшы.
— Бөгөн һеҙҙең комитет ниндәй мәсьәләләр өҫтөндә эшләй?
— Халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә Рәсәй закондарын камиллаштырыу — төп бурысыбыҙ. Реформаларҙы закондар ярҙамында көйләү буйынса хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Әгәр ҙә комитеттың эше менән төплөрәк танышҡығыҙ килһә, httр://www.komitеt2-2.km. duma.gov.ru/ сайтына инегеҙ.
— Эксперттар яңы бюджеттың социаль яҡтан көсөргәнешле буласағын күҙаллай. Дәүләт үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәй алырмы? Бюджет өлкәһендә эшләүселәр, ташламаларҙан файҙаланыусылар, балалар мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотам.
— Дәүләт Думаһында бик көсөргәнешле осор: 2014 һәм 2015—2016 йылдарға федераль бюджет проекты өйрәнелә, тикшерелә. Ысынлап та, ҡайһы бер сығымдар ҡыҫҡартылды. Әммә проекттағы ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау буйынса барлыҡ йөкләмәләр ҙә үтәләсәк. Мәҫәлән, әсәлек капиталы әлеге 408 960 һумдан киләһе йылда 429 408 һумға етәсәк. Өсөнсө һәм артабанғы балаға өс йәшкә тиклем аҡсалата айлыҡ түләүҙәрҙе йәшәү минимумы күләмендә биреү планлаштырыла.
— Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, күңелде күптән өйкәгән ошо сетерекле һоруға ла яуап бирһәгеҙ ине: балалар йорттарына, интернаттарға хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алғанда психология буйынса махсус тест үткәреү кәрәк түгелме икән? Бер кемгә лә сер түгел, ғәмһеҙлек, ташбәғерлелек, яуапһыҙлыҡ өлгөләрен йыш ҡына ошо учреждениеларҙа осратабыҙ.
— Әлбиттә, бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, пациенттарына иғтибарлы, һиҙгер булырға тейеш. Һеҙ хаҡлы, ҡарттар йорттарында, инвалидтар, етем балалар өсөн интернат-приюттарҙа эшләүселәрҙән, профессионализмдан тыш, рухи көс, яҡшы холоҡ, хәстәрле ҡараш талап ителә. Бындай учреждениеларҙа медицина хеҙмәткәрҙәрен бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әммә балаларҙың сәләмәтлеген тикшереү һәм һауыҡтырыу өҫтөнлөккә эйә. Норматив документтарға ярашлы, балалар тәрән медицина тикшеренеүен үтә, һөҙөмтә буйынса һәр береһенә шәхси сәләмәтләндереү планы төҙөлә. Быйыл, мәҫәлән, 290 меңдән ашыу бала диспансерлаштырыу үтте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар учреждениеларында көс ҡулланыу, насар мөнәсәбәт, ҡыйырһытыу осраҡтары булғылап тора. Кадрҙарҙы һайлап алыуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклеге менән килешәм. Психологик тест үткәреү мөһимлеге тураһындағы тәҡдимегеҙҙе өйрәнеү өсөн Мәғариф министрлығына тапшырырбыҙ.

Әсәлек капиталы әлеге 408 960 һумдан киләһе йылда 429 408 һумға етәсәк. Өсөнсө һәм артабанғы балаға өс йәшкә тиклем аҡсалата айлыҡ түләүҙәрҙе йәшәү минимумы күләмендә биреү планлаштырыла.


Вернуться назад