Халҡыбыҙҙың киләсәген ҡайғыртыусы, уның бөгөнгөһөн хәстәрләүсе хужалар юҡ түгел арабыҙҙа. Тап улар ярҙамы һәм тырышлығы менән милли баҫмаларға яҙылыу кампаниялары уңышлы ойошторола. Иң мөһиме — етәкселәр өлгө күрһәтеп, гәзит-журналдарға яҙылып ҡына ҡалмай, үҙҙәре артынан башҡаларҙы ла әйҙәй.
Был йәһәттән Сибай ҡала хакимиәте күптәргә өлгө булырлыҡ. Ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов тәүгеләрҙән булып “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, барлыҡ хакимиәттә эшләгән башҡорт телле етәкселәрҙе акцияға ҡушылырға саҡырҙы.
– Беҙ үҙебеҙҙең башланғысты аныҡ эштәр менән дәлилләп ҡуйырға тейешбеҙ, – ти Хәлит Хәмзә улы. – Ниндәйҙер ойошма-предприятиеларҙы гәзит-журналдарға яҙылырға өндәйбеҙ икән, иң башлап үҙең өлгө күрһәт, артабан уларҙан талап ит. Ошо маҡсаттан сығып, бөгөн хакимиәттә эшләүсе башҡорт телле етәкселәр генә түгел, техник хеҙмәткәрҙәргә тиклем республикалағы иң абруйлы гәзиттәрҙең береһе “Башҡортостан”ға яҙылһа, урыҫ теллеләр “Республика Башкортостан” гәзитен алдырып уҡыясаҡ.
Хәйер, күп осраҡта юғары вазифа биләгән ағайҙарыбыҙ милли матбуғат тураһында һүҙ йөрөткәндә, ниндәйҙер сәбәптәр табып, уға нисек тә яҙылмау һылтауын эҙләгәндә, Сибай ҡалаһы етәкселегенең был аҙымы тик хуплауға лайыҡ. Балыҡ башынан серей тигәндәй, күп нәмә тап хужанан торғанлығы бер кемгә лә сер түгел. Шуға күрә Хәлит Сөләймәновтың милли матбуғатты таратыу, алдырыу буйынса бындай эш алымын башҡа район менән ҡала етәкселәре лә күтәреп алһын ине, тигән теләктәмен.
Аналитика һәм мәғлүмәт бүлеге начальнигы Рәсүл Байгилдин әйтеүенсә, матбуғатты күҙәтеп бармаған, көндәлек яңылыҡтар менән хәбәрҙар булмаған кеше замандан артта ҡала. Ул тормош һулышын тойған, көн талаптарына яуап бирерлек алдынғы ҡарашлы сәйәсмән дә, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы, талапсан, яуаплы етәксе лә булырға хаҡлы. Бындай сифаттарға эйә булыу өсөн иң беренсе ваҡытлы матбуғат ярҙамға килә.
Сибайҙарҙың матур башланғысы киләсәктә дауам ителер, уларға теләктәшлек белдереүселәр күбәйер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.