Юбилейҙар03.12.2013
***
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.


***
Ҡәҙерле кешебеҙҙе оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күңелең һәр ваҡыт тыныс, донъяларың түңәрәк, ҡулдарың бәрәкәтле, эштәрең уңышлы, һаулығың ныҡлы, бәхетең тулы булһын! Балаларыңдың ҡыуаныстарын күреп, тормошоңдан йәм һәм мәғәнә табып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә!

60 йәш ул ир уртаһы ғына,
Алда көтә яңы үрҙәрең.
Етмеш, һикһән, йөҙ йәшеңде туйлап,
Биҙәп ултыр табын түрҙәрен!
Балаларға яҡын терәк булып,
Бер-береңә булып ышаныс,
Таяныс та булып яҡындарға
Йәшәүе бит үҙе ҡыуаныс!
Әсәйебеҙ менән бергә-бергә
Тиң йәшәгеҙ гөрләп, серләшеп.
Дуҫтар, туғандарҙы шатландырып,
Башҡаларға бәхет өләшеп!


***
Һиңә ҡарайбыҙ ҙа һоҡланабыҙ,
Йәшлек нуры балҡый йөҙөңдә.
90 йәште матур билдәләгәс,
Күрешергә яҙһын йөҙөндә!


***
50 йәшең ҡотло булһын һинең,
50 йәшең – оло юбилей.
Яҡындарҙың яҡты йөҙҙәренән
Йылы нурға тулған оло өй.
Ҡасан күрмә – йөҙөң балҡып тора,
Ҡасан килмә – асыҡ ишегең.
Тәбиғәтең менән изгелексән,
Мәрхәмәтле, алсаҡ кешеһең!


Вернуться назад