Күңел күҙе үткер ине05.01.2012
Күңел күҙе үткер инеБашҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин 1897 йылдың 31 ғинуарында тыуған.
5 йәшендә етем ҡала һәм хәлле кешеләргә көтөүсе булып яллана. Үҫә төшкәс, эш эҙләп Урал заводтарына сығып китә.
1913–1916 йылдарҙа “Аҡшишмә” тигән ҡағыҙ фабрикаһында эшләй, ошонда пар ҡаҙаны шартлап, уның күҙе һуҡырая. Бер кешегә лә кәрәге ҡалмаған Фәррәх кире ауылына ҡайта һәм, халыҡ араһында йөрөп, йырҙар, бәйеттәр сығара. Йыр-бәйеттәрендә халыҡ мәнфәғәтен, уй-хыялдарын, азат тормошҡа ынтылышын сағылдырып, дан яулай.
1928 йылда “Һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре” тигән китабы баҫыла. Һуңғараҡ “Йырҙар һәм бәйеттәр”, “Сәсәндең кәңәштәре” йыйынтыҡтары донъя күрҙе.


Вернуться назад