Хәтер — ул беҙҙең күңел хазинаһы. Халыҡ тарихын, быуындар яҙмышын үҙенә һыйҙырған хәтерҙең ҡоласы киң. Ваҡыт үтеү менән арҙаҡлы шәхестәр хаҡындағы яҡты иҫтәлектәр фәһемлерәк, баһалыраҡ була барғандай.
Ҡыштың епшек ҡар яуған, йонсоу көнөндә күңелгә яҡты нур өҫтәгән бер ваҡиғаға шаһит булдыҡ: баш ҡаланың Октябрь революцияһы урамындағы 39-сы йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһына нефть үткәргестәр төҙөү һәм монтажлау тармағына ғүмерен арнаған хеҙмәт ветерандары, Өфө нефть техник университеты студенттары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды.
Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, егерме йыл буйына “Нефтепроводмонтаж” тресының алыштырғыһыҙ идарасыһы булған Николай Воробьев тураһында ниндәй генә легендалар йөрөмәй! Уның ҡул аҫтында илебеҙҙә 90 мең километрҙан ашыу торба үткәргес төҙөп сафҡа индерелгән. Самотлор — Усть-Балык — Ҡурған — Өфө — Әлмәт — Туймазы — Омск — Новосибирск — Иркутск торба үткәргесе, Амударья аша Бохара — Урал газ үткәргесе һәм башҡа тарихи төҙөлөштәр абруйлы шәхескә оло һәйкәл булып тора.
— Иҫтәлекле ваҡиғаның остазыбыҙҙың тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейына тап килеүе айырыуса һөйөнөслө, — тине хеҙмәт ветераны Герольд Букреев. — Хатта Сәғүд Ғәрәбстанында эшләүсе улы Александр Николаевич та ҡайтып өлгөрҙө. Николай Алексеевич Воробьев етәкселек иткән осорҙа хеҙмәт дисциплинаһы, тәртип бик көслө ине. Ҡорҙаштарымдың күңелендә уның тураһында йылы тойғолар ғына һаҡлана.
— Эшселәр уны ололап “батя” тип йөрөтә торғайны. Үтә хәстәрлекле, итәғәтле етәксе булды шул, — тип хәтерләй Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалерын Филарет Латипов та.
Йәшлектәрен, иң көслө, сәмле ваҡыттарын илебеҙ үҫеше өсөн хәл иткес әһәмиәткә эйә төҙөлөшкә арнаған нефт-селәрҙең иҫтәлектәренән, тулҡынландырғыс телмәрҙәренән том-том китаптар хасил булыр ине. Ҡулдарға бейей-бейей төшкән, биттәргә һырпаланған аҡ ҡар бөртөктәре лә ошо ялҡынлы һүҙҙәр тәьҫиренә, күңел йылыһына бирешеп, бер туҡтауһыҙ ирей ҙә ирей төҫлө.