Ҡандранан төшкән килен03.12.2013
Ҡандранан төшкән киленКүптән түгел генә Рәсәй стоматологтары ассоциацияһының "Стоматология отличнигы" миҙалы менән бүләкләнгән теш табибы Рәзилә Хәзиеваны эш урынында тап иттек. Етмәһә, ғүмеренең күркәм юбилейы көнөнә лә тура килгәнбеҙ икән.

Саҡмағош төбәгендә тыуып үҫмәһә лә, Рәзилә Тимерғәле ҡыҙы район халҡына яҡшы таныш. 1982 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса эшкә ошо райондың үҙәк дауаханаһына ебәрәләр. Ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар теш докторын. Ул саҡтағы баш табип Мөхәмәтзариф Шәриповтың ихласлығына, иғтибарлылығына, бүлексә мөдире Владимир Балабановтың һөнәренә етди ҡараш, һөйөү уята алыуына әле булһа рәхмәтле Р. Хәзиева.
Район халҡын стоматология бүлексәһендәге ни бары ике-өс табип хеҙмәтләндергән була. "Дауахананан сыҡмай эшләһәң дә бөтөрөрлөк түгел ине мәшәҡәтте", — тип хәтерләй тәүге хеҙмәт йылдарын. Әйткәндәй, Рәзилә Хәзиева медицина институты әҙерләгән стоматологтарҙың тәүге сығарылышынан. Шуға ла уға ышанып ҡарайҙар, өмөт бағлайҙар. Дауаханала яңаҡ-бит сирҙәре буйынса белгес булмай, шуға йәш табипҡа ошо йүнәлеш буйынса ла ең һыҙғанырға тура килә. Етмәһә, ауырыуҙар хәлдәре үтә мөшкөлләнгәс кенә мөрәжәғәт итә. Бындай осраҡтарҙа белеменә таяныуҙан тыш, тәүәккәллек тә кәрәк. Яйлап шулай тәжрибә туплана. Фәнгә ылығыуы ла дауалау серҙәрен күберәк белергә теләүенә, үҙ өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләүенә бәйле. Хеҙмәтенән айырылмай ғына аспирантурала уҡый. Кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң да үҙ коллективынан айырылмай, стоматология бүлексәһенә етәкселек итә.
Ғәҙәттә, аҡ халатлыларҙың байтағы һөнәрен ата-әсәһе өлгөһөнә эйәреп һайлай. Ә Рәзилә Хәзиеваның ғәзиз кешеләре — медицинанан бөтөнләй алыҫ торған һөнәр эйәләре. Атаһы Тимерғәле Рафиҡов һәм әсәһе Нурзидә Динислам ҡыҙы — ауыл хужалығынан, иҫәп-хисап эшенән айырылмаған тырыш һәм итәғәтле кешеләр. Балаларына матур тәрбиә биреү менән бергә юғары белем алырға ла ярҙам иткәндәр, үҙ көстәренә ышаныс тыуҙырғандар. Шулай тип әйтергә урын бар, сөнки өс ҡыҙҙары ла фән юлында. Өлкәне Нурия — иҡтисад фәндәре докторы, уртансыһы Рәмзиә — биология фәндәре кандидаты, профессор, кеселәре Рәзилә — медицина фәндәре кандидаты.
Туймазы районының Ҡандра ауылында тыуып үҫкән Рәзилә Тимерғәле ҡыҙы Саҡмағош еренә тиҙ ерегеп киткән, ихтирамлы кешеләрҙең, абруйлы белгестәрҙең береһе була алған.
Хәҙер ул үҙе балалары менән ғорурлана. Улы менән ҡыҙы, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң аспирантурала уҡыуҙарын дауам итә. Әсә булараҡ, уларҙың уңыштарына һөйөнһә, табип булараҡ, эшенән кинәнес табып йәшәй ул.


Вернуться назад