Яҙмыш ҡоло түгел ул03.12.2013
Яҙмыш ҡоло түгел улТормошто яратҡан, дүрт йәштән бер аяҡһыҙ ҡалған Рәмил Нурҡаевты тыуған Ишембай төйәгендә сәмсел егет булараҡ хәтерләйҙәр. Һынауҙарға бирешмәгән теремек үҫмер хыял ҡанаттарында Бөрөгә килә, аяҡ кейемдәрен ремонтлаусы һөнәрен үҙләштерә. Юллама буйынса уны эшкә Бәләбәйгә ебәрәләр. Ауыл һауаһын һулап, тәбиғәт матурлығына хозурланып үҫкән егеткә ҡала шарттары оҡшап етмәй.

Яҙмыш Рәмилде матур тәбиғәтле Йәрмәкәй яҡтарына алып килә. Бында ул көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатында эшләй.
Заманалар үҙгәреү менән, 1992 йылда, Рәмил Ғәбделхәй улы Йәрмәкәй районы үҙәгендә шәхси эшен аса. Үҙенең йорт ихатаһына терәтеп ҙур булмаған оҫтахана төҙөтә. Йылы, күркәм бинала бөтә шарттар булдырылған: теген машинаһы, шымартыу станогы һәм башҡа кәрәк-яраҡ ҡул аҫтында ғына.
— Заказдарҙың булмай торған сағы юҡ, – тип һөйләй эшҡыуар Рәмил Нурҡаев. – Көҙгө миҙгелдә эш тығыҙ була, йәйен һирәгәйә. Халыҡ риза.
Эйе, ҡайһы саҡта ремонтҡа килтерелгән аяҡ кейеме күбәйеп китә. Ул үҙ шөғөлөн күңел биреп, сифатлы итеп башҡара. Рәмилдең ҡулдары алтын, ти йәрмәкәйҙәр уның хаҡында. Иртә менән кешеләр эшкә барғанда оҫтахана тәҙрәләренән нурҙар һибелеүен күреп, уның уңғанлығына йәнә һоҡланалар. Тормош иптәше Фәйрүзә лә иртәсел. Уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған.
Тик һуңғы ваҡытта һалым түләү эшҡыуарҙың бәкәленә һуҡты. II группа инвалидына ғаиләне туйҙырырға, авиация институтында уҡыған улдары Илнурға ярҙам итергә лә кәрәк бит. Ҡатыны Фәйрүзә лә инвалид, ҙур булмаған хеҙмәт хаҡына эшләп йөрөй. Шулай ҙа Нурҡаевтарҙың донъялары матур, барлыҡ уңайлыҡтары булған йорттары, еңел машиналары бар. Ҡыҫҡаһы, Фәйрүзә менән Рәмил күркәм тормош алып бара, башҡаларҙан кәм-хур йәшәмәй, күптәр өсөн улар – яҡшы өлгө.


Вернуться назад