1912 йылда Салауат районының Беренсе Иҙелбай ауылында яҡты донъяға килә Мазһар Абдуллин.
Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Өфөләге Ленин исемендәге белем усағында уҡый. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, бер нисә йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитендә мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк Мазһар Абдуллин армияға алына, танкистар мәктәбен тамамлап, Мәскәү янындағы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда Калинин өлкәһендә барған яуҙа батырҙарса һәләк була.
Яҙыусының “Тормош”, “Кимәл” исемле китаптарын халыҡ яратып ҡабул итте.