Хәҡиҡәт аҡыллы бәхәстә тыуа03.12.2013
(Марат Ҡолшәрипов, ”Тарихи ысынбарлыҡты инҡар итергә ярамай”, 2013 йыл, 24 сентябрь)
Тарих белгесе, профессор, башҡорт халҡының үткәнен һәм бөгөнгөһөн энәһенән-ебенә тиклем өйрәнеп, уның әсе яҙмышын йөрәгенән үткәргән шәхес Марат Ҡолшәриповтың минең мәҡәләмдә киткән ҡайһы бер хаталарымды күрһәткән яҙмаһы донъя күрҙе. Уның был сығышын уҡығас, Марат Мәхмүт улына сикһеҙ ихтирамым тағы ла артты. Һүҙ башында уҡ яңылышлыҡтарым өсөн профессор һәм гәзит уҡыусылар алдында ғәфү үтенәм.
Марат ҡустым, һин мәҡәләңдә: “Ләлә апай ебәргән етешһеҙлектәргә күҙ йомоп та ҡарарға булыр ине”, – тиһең. Юҡ, ул ваҡытта выжданың һиңә тынғы бирмәҫ ине. Үҙең әйтмешләй, “тарихи ысынбарлыҡты инҡар итергә ярамай”. Ул халҡыбыҙ яҙмышы менән бәйле бит.
Марат Мәхмүт улы эше юҡлыҡтан минең сығышҡа ҡаршы фекерен әйтмәгән, ә дөрөҫлөктө яҡлап, халыҡҡа шул ысынбарлыҡты еткереү өсөн яҙған. Ул халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы тоғро илһөйәр, саҡматаш кеүек ныҡ, үҙ фекерен ҡыйыу еткерә алған. Ике телдә лә төплө, тәрән мәғәнәле, тарихи дәлилдәргә таянған аңлайышлы сығыштары һәм ҡиммәтле ғилми хеҙмәттәре менән Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙә, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә билдәле шәхес матбуғаттағы ғына түгел, ә бөтә ил ҡоролошондағы хаталарҙы ла ҡыйыу әйтә килә. Ә күптәребеҙҙең, етешһеҙлектәрҙе күреп тә, күрмәмешкә һалышыу осраҡтары етерлек. Шуға ла ил хата юлдан бара бирә.
Әйткәндәй, Марат Ҡолшәрипов үҙ заманында БДУ-ның тарих факультетында башҡорт төркөмө асып, үҙе кеүек күпме илһөйәр егетте тәрбиәләүгә өлгәште! Республикабыҙ өсөн йәш көстәр, тоғро кадрҙар әҙерләүгә бөтөн көсөн бирҙе. Ә бөгөн ул башҡорт халҡының тарихын яҙыуға тотондо, был киләсәк быуын өсөн баһалап бөткөһөҙ бер мираҫ буласаҡ. Ошондай яҡташым менән сикһеҙ ғорурланам.
Марат ҡустым, был һүҙҙәремде ярамһаҡланыу өсөн түгел, ә ысын күңелдән йәшәйешеңдең тулы мәғәнәле булыуына ҡыуанып әйтәм. Ә мәҡәләңдә күрһәтелгән китаптарҙы мотлаҡ уҡып сығырмын.