Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!03.12.2013
Эште ойоштороуҙа республиканың Мәғариф министрлығы, баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, мәктәп директорҙары ҙур ярҙам күрһәтте: бындай сараның һәр кем өсөн әһәмиәтен, ҡиммәтен аңлау үҙе үк маҡтауға лайыҡ.
Педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар теләү ниәтенән ойошторолған кисә Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусыларының "Мәктәп вальсы" менән башланды. Сәхнәне ошондай уҡ рухтағы сағыу сығыштар биҙәне, балалар ҡурай, шиғыр, бейеү, ҡумыҙ, йыр аша остаздарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡытыусыһы Асия Мөхәмәтйәроваға, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан Гөлсәсәк Ҡылысоваға, Фирҙәүес Ҡотлогилдинаға Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылыуы кисәгә тағы ла ҙурыраҡ мәртәбә өҫтәне. Өҫтәүенә Өфөнөң 17 уҡытыусыһы баш ҡала хакимиәте мәғариф идаралығының ошондай уҡ юғары баһаһына лайыҡ булды. Яҡшы уҡыған, әүҙем уҡыусылар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы: уларҙың эшен үҙ мәктәбе етәкселеге Рәхмәт хаты менән билдәләне. "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге иһә "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында уҙғарылған сараларҙа даими ҡатнашҡан йәштәргә — Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының ун уҡыусыһына — Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Байрамда "Аҡ тирмә"лә күптән эшләп килгән "Өләсәйҙәр ҡоро" ағзалары ла нәсихәттәрен әйтте, һәр кемгә уңыштар теләне.
Яңынан-яңы үҙгәрештәргә дусар булған мәғариф тармағы педагогтарҙан да, уҡыусыларҙан да даими үҫеш талап итә. Ошоға бәйле, тәжрибәмдән сығып, кәңәшемде еткермәксемен. Минеңсә, мәктәптәрҙең күбеһе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай кеүек. Уҡыусылар әленән-әле бергә йыйылып, фекер алышһын, тәжрибә уртаҡлашһын өсөн "Үҫмерҙәр һарайы" һымаҡ үҙәк булдырылһын ине. Совет дәүерендә һалынған ҡайһы бер биналар буш тора, күбеһе сауҙа йортона әйләндерелгән. Шуларҙың береһен үҫмерҙәргә биреү мөмкин түгелме икән? Әйткәндәй, әле баш ҡалабыҙҙа башҡа быуын вәкилдәрен йыйыу өсөн дә тамаша залдары бик аҙ.
Ғөмүмән, илебеҙҙең киләсәген тәьмин итәсәк йәштәрҙең яҙмышын хәстәрләү, уларҙы лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләү — тәү сиратта мәктәптең бурысы. Әммә педагогка был йәһәттән ҙур ҡаҙанышҡа өлгәшеү өсөн һәр төрлө шарттар булдырыу зарур. Уҡытыусынан шул ваҡытта ғына: "Бурысыңды тулыһынса үтәйһеңме?" — тип һорарға мөмкин.