Аҫылдың даны алыҫтарға таралыр, тип белмәй әйтмәгән халыҡ. Стәрлетамаҡтағы “УрманСтрой” төҙөлөш компанияһының директоры Әхмәт Аҫылбәковты бөгөн ҡалала ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә аҫыл зат булараҡ беләләр. Уның компанияһы төҙөгән шәхси йорттар сифатлы, зауыҡлы, күркәм булыуы менән әллә ҡайҙан күҙгә салына. Ә инде был эштең нескәлектәрен биш бармағы кеүек белгән етәксене юллап, унан кәңәш, йорт төҙөп биреүҙәрен һорап, әллә ҡайҙарҙан киләләр.
– Саҡ ҡына көтөп тороғоҙ, йәме! – Беҙ килеп ингәндә Әхмәт Аҫылбәков урта йәштәрҙәге ханым менән әңгәмәләшә ине. Уларҙың һөйләшеүенә ҡолаҡ һалам. Пенсия йәшенә яҡынлашҡан ханым ҡалаға яҡыныраҡ ауылда коттедж һалырға уйлай, кирбестән төҙөргәме, әллә ағастанмы, тип аптырай. Етәксе уны иғтибар менән тыңланы ла үҙенең кәңәштәрен бирҙе:
– Хәҙер күпселек кеше йортто бурсанан һалырға тырыша. Ағас тын ала, өй эсендә һауаһы яҡшы буласаҡ, йылытыуы ла күпкә еңел. Мәҫәлән, уны йылытыуға ни бары 40 – 50 минут кәрәк булһа, кирбес йорт өсөн 4 – 5 сәғәт самаһы ваҡыт талап ителә.
– Ағас тиҙ серер һымаҡ тойола. – Ҡатындың был хәбәрен ишеткәс, Әхмәт ихлас йылмайҙы:
– Апай, бөгөн төрлө препараттар ифрат күп. Шулар менән эшкәртһәң, ағас өйөң дә быуаттан ашыу шап-шаҡтай ултырасаҡ.
– Шулаймы? – Ҡатын йәнләнеп китте. – Әтеү бурсанан ғына төҙөтәм…
Ана шулай 2005 йылдан бирле Әхмәт Аҫылбәков шәхси йорттар төҙөү менән мәшғүл.
Ул Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Ата-әсәһе ул-ҡыҙҙарын бәләкәйҙән эш менән тәрбиәләй. Рәсем дәрестәрендә оҫта итеп һүрәт төшөргән үҫмергә уҡытыусылары ла һоҡланыуын йәшермәй, артабан ошо йүнәлештә белем алырға кәңәш итәләр. Һигеҙенсенән һуң Әхмәт Стәрлетамаҡтағы училищела рәссам-биҙәүсе һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан ошо уҡ уҡыу йортонда электрикка уҡый.
– Бындай эшкә нисек йөрьәт иттең? – тип һорайым күҙҙәренән нур һибелеп торған егеттән.
– Әрменән ҡайтҡас, Синтетик каучук заводында эшләй башланым. Дөрөҫөн әйткәндә, айына 6 – 7 мең һум өсөн көнө буйы бил бөгөп йөрөү ғәрләндерҙе. Шул саҡ эшемде асырҙай көс тойҙом. Бер бригада төҙөнөм. Үҙем заводта йөрөйөм, улар менән телефон аша идара итәм. Оҫта, эш рәте белгән егеттәрҙе һайлап алдым. Кешеләр беҙ һалған йорттарҙы күреп, ҡыҙыҡһына башланы, заказдар күбәйҙе…
Бәләкәйҙән һәр нәмәне еренә еткереп эшләүҙе аңына һеңдереп үҫтергәндәре өсөн бөгөн Әхмәт ата-әсәһенә рәхмәт уҡып бөтә алмай. Баҙар шарттарында тап ошо аҫыл сифат ҡотҡара уны. Сифат, сифат, тағы бер тапҡыр сифат. Эшселәренән дә шуны талап итә. Шул саҡта ғына һинең менән иҫәпләшәсәктәр, хөрмәт итәсәктәр. Бөгөн уның ҡул аҫтында ун бригада бар. Сер түгел: кешене бушҡа, йә осһоҙ хаҡҡа эшләтеүселәр етерлек. Әхмәт Мәүлембирҙе улы үҙенең егеттәре араһында хөрмәт яулаған, хеҙмәт хаҡын да ғәҙел һәм ваҡытында түләй. Ҡайһы етәксе, ай һайын 40 мең һум түләйем, тип әйтә ала әле. Ә бына Әхмәт булдыра. Быйыл ғына 36 йортто файҙаланыуға тапшырған улар. Бынан тыш, төҙөлгән гараж, мунсаларҙың иҫәбе-һаны юҡ тигәндәй.
Әлбиттә, бөгөн йорттар төҙөүсе төрлө ойошмалар күп. Ә Әхмәт Мәүлембирҙе улы етәкселегендәге компания өйҙө бөгөндән сығып йәшәй башларлыҡ итеп төҙөүе, бер юлы нигеҙен, эске һәм тышҡы эштәрен биҙәкләп, ҡыйығын ябыуы, коммуникацияларҙы үткәреп биреүе менән ота. Тулыһынса бер ойошма булышҡас, ышаныслыраҡ та, мәшәҡәте лә аҙ. Шуныһы менән килешергә кәрәк: быныһы өсөн аҡса кәрәк, тип ваҡыт уҙғарып, кемгәлер инәлеп хитланаһы түгел. Бөтәһен дә үҙҙәре эшләй ҙә бирә. Гарантиялары ла бар. Дизайнды яҡшы белеүҙәре лә файҙаға ғына. Йорттоң проектын Әхмәт заказсының теләге буйынса үҙе һыҙа. Икенсенән, уларҙың хеҙмәте бүтәндәрҙекенән 15 – 20 процентҡа осһоҙораҡ. Шуға ла йыш ҡына хуплау һүҙҙәре ишетәләр.
Эйе, Стәрлетамаҡта “УрманСтрой” ойошмаһын, уның етәксеһе Әхмәт Аҫылбәковты яҡшы беләләр, таныйҙар.
— Бөгөн ун бригада йорттар төҙөү менән мәшғүл, – тип һүҙен дауам итә булдыҡлы уҙаман. – Башлыса үҙебеҙҙең Ҡаранйылға, күрше ауыл егеттәре эшләй. Һүҙ юҡ, шәптәр!
Уларға фатир табып, ҡуртым хаҡын да түләй. Ә инде киләһе йылға ауылдаштарына “Башҡортостан” гәзитен дә яҙҙырып бүләк итәсәген белдерҙе.
Инде апаруҡтан Стәрлетамаҡта йәшәһә лә, кендек ҡаны тамған, бала сағы үткән ғәзиз төйәген онотмай Әхмәт. Быйыл ғына ул “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәреп, бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған. Уңғандарға, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға бүләктәр тарата. Күптән түгел ул ауылдың зыяратын ҡоймалап алыуҙы ойошторҙо. Стәрлетамаҡтан тимер бағаналар, торбалар, рабицалар алып ҡайтып, һуңғы ҡаҙауҙы ҡаҡҡансы үҙе бергә йөрөп эшләй. Ауылдаштары иһә ошондай егет үҫеүенә ҡыуанып бөтә алмай – хәҙер улар: “Ярай әле Әхмәтебеҙ бар”, – тип кенә ебәрә. Өлкәндәр көнөндә лә бөтмөр егет ауылына ҡайтып, клубта табын ҡорҙо.
Әлбиттә, Әхмәттең күңелен борсоған хәлдәр ҙә бар. Гектар-гектар баҫыуҙар буш ята, фермалар хужаһыҙ. Хатта бына тигән биналарҙы төбө-тамыры менән ҡутарып бөтөрөп баралар. Халыҡ эшһеҙлектән йонсой. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатһаң, етәкселәр, ауылда эш юҡ тигән һүҙ булыуы мөмкин түгел тип, ауыҙҙы томаларға әҙер тора. Эйе, шәхси хужалыҡ, ҡорт тотоп, иркен генә йәшәүселәр юҡ түгел. Әммә мал-тыуарға бесән әҙерләү, аҙаҡ уны һатыу өсөн һаулыҡ та, ваҡыты ла кәрәк. Икенсенән, бөтә кешелә лә эшҡыуарлыҡ һәләте юҡ. Шуға ла киләсәктә тыуған ерен, районын матур, төҙөк итеп күргеһе килә уның. “Мин булмаһам, кем башлап йөрөргә тейеш?” – тигән уйҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ә бит уның тыуған ауылы тәбиғәттең йәннәт кеүек мөйөшөндә урынлашҡан. Тирә-яҡтан бейек-бейек тауҙар уратып алған, йылғалар, шишмәләр күп. Тап шул ниәттән йәш эшҡыуар был төбәктә туристик база асыу хыялы менән янып йәшәй. Ул сағында йәнә бихисап кеше эшле булыр ине. Бының өсөн үҙендә көс тә, мөмкинлек тә тоя Әхмәт Мәүлембирҙе улы.
… Сираттағы шәмбе. Ҡаранйылғаның аҫыл егете йәнә тыуған яғына ашҡынып ҡайтып төштө. Ауылдың ҡап уртаһында ултырған клубҡа инеп, ундағыларҙың хәлен белеште. Аллаға шөкөр, талантлы, йыр-моңға маһир уның яҡташтары. Үҙҙәренең күңелдәрен үҙҙәре асып, халыҡтың кәйефен күтәреп йәшәйҙәр. Байрамдар, төрлө тамашалар уҙғаралар.
— Эх, музыкаль үҙәк булғанда!.. Тик уныһы ат хаҡындай тора шул, – тип зарланып алды клуб етәксеһе.
— Ярай, борсолмағыҙ, Яңы йылға алып бирермен, – тине Әхмәт Аҫылбәков.
Был һүҙҙе ышаныслы итеп әйтте йәш эшҡыуар.