Драматург та, актер ҙа05.01.2012
Драматург та, актер ҙаИлшат Йомағолов Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында 1932 йылдың 26 ғинуарында тыуған.
Башҡорт дәүләт художество-театр училищеһын тамамлағас, М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында актер була.
Оло сәхнәлә донъя, урыҫ, башҡорт, татар драматургтарының пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡара.
Илшат Йомағолов үҙе лә сәхнә әҫәрҙәре яҙа башлай. 1968 йылда атаҡлы “Нәркәс” трагедияһын тамашасылар хөкөмөнә тапшыра. Унан һуң бер-бер артлы “Юғалтыуҙар аша”, “Семәрле тәхет”, “Торналар ҡайта”, “Буш сәңгелдәк”, “Сәсәндәр” һәм башҡа әҫәрҙәре театрҙарыбыҙ сәхнәләрендә шаулап барҙы.


Вернуться назад