Балаларҙың парламент йортона сәйәхәте30.11.2013
Нефтекама менән Ағиҙел ҡалалары уҡыусылары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға экскурсия менән килде. Балалар ҡунаҡ рәүешендә республика парламенты ултырышының нисек үтеүен күҙәтте, музей экспонаттары менән танышты, геральдика залында булды, парламентаризм тарихына арналған фильм ҡараны.

Экскурсияға 34 уҡыусы килде, улар араһында Нефтекама урта мәктәбенең полиция класында уҡығандар ҙа бар ине. Балалар менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев осрашты. Йәш ҡунаҡтарҙың уға һорауҙары күп ине: мәҫәлән, закон проекттары нисек эшләнә, граждандар төбәк башлығын һайлауҙа ҡатнашасаҡмы?
Константин Борисович Башҡортостанда закон сығарыу эшмәкәрлеге нимәнән башланыуын һөйләне, республика парламентының структураһын аңлатты, пленар ултырышта ҡаралған ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Әйтергә кәрәк, бының кеүек осрашыуҙар даими булып тора. Һуңғыһы майҙа уҙғарылғайны.


Вернуться назад